Өлөшсөләр алданыуҙан ҡурҡмай22.11.2016
Быйылғы август, сентябрь, октябрь айҙарында республикала төҙөлөштә өлөшсө сифатында ҡатнашыу хаҡында килешеүҙәрҙе теркәү йәһәтенән тотороҡло үҫеш күҙәтелгән. Атап әйткәндә, бындай мәсьәлә менән мөрәжәғәт итеүселәр августа былтырғы ошо айҙағы менән сағыштырғанда 27,5 процентҡа артҡан булһа, сентябрҙә – 18,7, октябрҙә 83 процентҡа күберәк документ иҫәпкә ҡуйылған.
2016 йылдың ғинуар — ноябре йомғаҡтарына ҡарағанда, өлөшсөләрҙең һаны былтырғы ун айҙағынан 4,7 процентҡа үҫкән (“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы былтыр ошо осорҙа 11 480 килешеүҙе теркәгән булһа, быйыл 12 015-те ҡабул иткән). Моғайын, һуңғы айҙарҙағы әүҙемлек тәү сиратта күсемһеҙ милеккә ихтыяждың көҙгә ҡарай артыуына һәм торлаҡҡа кредит алыу шарттарының еңеләйеүенә бәйлелер (быйыл ипотека күләме 14 процентҡа күбәйгән). Өҫтәүенә федераль ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр арҡаһында хәҙер төҙөлөштә өлөшсө булараҡ ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтары нығыраҡ яҡлана.
– 2014 йылдың 1 ғинуарынан бирле ойошмалар өлөшсөләрҙе торлаҡлы итеү буйынса үҙ иңенә алған бурыстарын үтәмәгән, шулай уҡ тейешенсә башҡармаған өсөн гражданлыҡ яуаплылығын страховкалай йәки банктан яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алыуы хаҡында рәсми ҡағыҙ юллай, – тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан бүлек етәксеһе Эльвира Смирнова. – Бындай документтары булмаған предприятиеларҙың өлөшсөләр менән төҙөгән килешеүҙәрен теркәү органдары ҡабул итмәй. Хоҡуҡи экспертиза барышында страховка ойошмаларының эшмәкәрлек йүнәлешенә тиклем ентекле өйрәнелә.
Башҡортостанда төҙөлөштә өлөшсө булараҡ ҡатнашыусыларҙың тәүгеһенең килешеүен теркәү ғариза һәм тейешле документтар тапшырылғандан һуң һигеҙ эш көнө эсендә башҡарылһа, ҡалғандарына 5-әр эш көнө билдәләнгән. Документтарҙы “Росреестр”ҙың рәсми порталы (www.rosreestr.ru) аша ебәрһәң, ни бары ике көн көтөргә тура киләсәк.


Вернуться назад