Тирене ҡайҙа ҡуйырға?22.11.2016
ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр комплексында үткән “Ҡунаҡсыллыҡ һәм туриндустрия форумы”нда республиканың Ауыл хужалығы министрлығы бер нисә эшлекле сара ойошторҙо.
– Фермерлыҡ хәрәкәте республикала йылдам үҫешә. Улар етештергән дөйөм аҙыҡ-түлек һуңғы биш йылда ике тапҡырға артып, бөгөн 10 процент тәшкил итә, – тине тармаҡ министры Николай Коваленко тәүге конференцияла. Быға, әлбиттә, эшҡыуарҙарға дәүләт тарафынан күрһәтелгән маҡсатлы ярҙам, төрлө программалар булышлыҡ итә. Ә бына улар әҙерләгән аҙыҡ халыҡҡа нисек еткерелә һуң?
Ошо йәһәттән “Байрам”, “Һабантуй” сауҙа селтәрҙәрендә “Фермер мөйөшө” тигән кәштәләр булдырылған. Экологик йәһәттән таҙа ризыҡтарҙы, бер аҙ ҡыйбатыраҡ булһа ла, халыҡ теләп ала. Шулай ҙа етештереүселәргә продукцияны заман шарттарына тап килтереп, матур ҡаптарға төрөп, тейешле сертификат, этикеткалар менән тәҡдим итеү йәһәтенән эшләйһе бар.
Бөгөн фермерҙар һарыҡ үрсетеүгә әүҙем тотонған. Әммә уның йөнөн, тиреһен ҡабул итеүсе юҡ. Һөҙөмтәлә ҡыйбатлы сеймал сүплеккә ташлана.
Кооперацияға берләшеү, сусҡа ите етештереү, эшкәртеү һәм тәҡдим итеү буйынса конференциялағы һөйләшеү ҙә киләсәктә үҙ һөҙөмтәһен бирер, моғайын.