Урындағы һөйләштә аралашыусылар араһында ятыраҡ яңғыраған төньяҡ-көнсығыш райондарға хас һүҙҙәр шундуҡ ҡолағыма салынды. “Беҙҙең яҡтан бит” тигән уй мамыҡ шәл ябынып торған мөләйем ҡатын янында туҡтатты. Ысынлап та, Лена Юлдаш ҡыҙы Ҡыйғы районының Абзай ауылында буй еткергән булып сыҡты.Ҡаланың үҙәк баҙары алдындағы майҙанда төрлө мамыҡ шәл, һарыҡ йөнөнән бәйләнгән бейәләй һәм ойоҡбаш һатып тороусыға бынан алда ла иғтибар иткәнем бар ине. Һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, хатта бик кәрәкле йомош менән генә урамға сығырлыҡ һыуыҡтарҙа ла уның “эш урынында” икәнлегенә аптырабыраҡ та ҡарай инем. Сит-ят тарафтарҙа осрашҡан яҡташтарға хас яҡынлыҡ менән һөйләшеп киткәс, Лена Фазуллинаға тәү сиратта шундайыраҡ юҫыҡтағы һорауҙарҙы бирҙем.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, был шөғөлгә тотонорға мохтажлыҡ мәжбүр итте, – тип башланы һүҙен яңы танышым. – Заманында ҡаланың шаулап-гөрләп эшләгән “НефАЗ” заводында, аҙаҡтан “Башнефтепромстрой” төҙөлөш тресында дәрәжәле генә вазифаларҙа етерлек хеҙмәт стажы туплап, хаҡлы ялға сыҡтым. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары уртаһында тормош күп йәһәттән ауыр булды бит. Ас ултырмаһаҡ та, аҡса яғы наҡыҫыраҡ ине. Шул заманда егелдем дә инде был эшкә. Ике ҡыҙыбыҙҙы ныҡлап аяҡҡа баҫтырыу өсөн ирем тапҡанға өҫтәлмә булыр тип тырыштым инде...
Ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә арнаған уҡытыусылар Мөслимә Ниғмәтулла ҡыҙы менән Юлдаш Нурмөхәмәт улы Шафиҡовтарҙың дүрт балалы ғаиләһендә үҫкән Лена апай. Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылынан булған һәм 1953 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер Башҡорт дәүләт университеты) тарих факультетын тамамлаған аталарын, ул замандарҙағы тәртип буйынса, республиканың бер мөйөшөнән икенсеһенә күсереп йөрөткәндәр. Башлыса директор вазифаһында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән Юлдаш Шафиҡов ағай Ҡыйғы районының Абзай, Салауат районының Лағыр, аҙаҡтан Дәүләкән районының Яңы Йәнбәк ауылында мәктәптәр төҙөүгә күп өлөш индергән. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булған ҡатыны Мөслимә менән бер ул һәм өс ҡыҙҙарына матур тәрбиә биреп, үҙҙәренә оҡшаған һөнәр алыуға булышлыҡ итеп, оло тормош юлына сығарғандар. Лена Юлдаш ҡыҙы уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә ала, бәйләүгә өйрәткән әсәһенә әле лә рәхмәтле.
Хәжәте тыуғас, бәйләү маһирлығы ярап төшкән үҙенә. Баштараҡ ойоҡбаш, бейәләй кеүек ваҡ әйбер тәҡдим итһә, артабан шәлгә күскән. Тора-бара һатыу нескәлектәрен дә үҙләштергән. Дөйөм әйткәндә, яңы шөғөлөнөң барлыҡ серҙәренә төшөнгән. Бөгөн ике ҡыҙы үҙаллы тормош көтһә лә, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан хаҡлы ялға сыҡҡан ире Валерик Рәфәғәт улының һәм үҙенең пенсиялары килеп торһа ла, баҙарға сыҡмай, өйҙә генә ятыуын күҙ алдына ла килтерә алмай Лена апай. Бер яҡтан, ул “кризистары ары торһон, пенсияма өҫтәмә биргән шөғөлөм бар, бер ҙә ас ултырмайым” тип ауыҙ тултырып әйтә алһа, икенсе яҡтан, һөнәрҙәштәре араһында күптән яңы әхирәттәр тапҡан. Уның һүҙҙәренсә, улар менән аралашыу ҡиммәтен бер ниндәй аҡса менән дә үлсәп булмай. Тормош ауырлыҡтарына зарланып, өйҙә ултырыуға ҡарағанда, ел-ямғырға һәм йәйге эҫе менән ҡышҡы һалҡынға әллә ни бошонмай, көндәрҙе саф һауала үткәреүҙе хуп күргән милләттәшебеҙ бар яҡтан тик маҡтауға лайыҡ.