Ауылда йәшәүселәрҙең барыһы ла шәхси хужалыҡтағы бихисап эштәргә бала саҡтан күнегеп үҫә. Эреле-ваҡлы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрауҙан башлап, йорт яны баҡсаһында бәрәңге, башҡа йәшелсә-емеш үҫтереү, бесән-утын әҙерләү, өй-ҡаралтыларҙы ҡарау, ҡышын ҡар көрәү ғүмер дауамында көндәлек һәм ғәҙәти мәшәҡәттәргә әүерелә. Уларға һәр ғаиләнең тамағы туҡлығы, өҫтөнөң бөтөнлөгө, тормошоноң етешлеге туранан-тура тиерлек бәйле бит. Ололар ошо хәстәрҙәрҙе әле яңы ғына гөрләп йәшәгән колхоз һәм совхозда хеҙмәт һалыу менән бергә алып барһа, үҫмер егет һәм ҡыҙҙар мәктәптән буш ваҡытты файҙалы һәм кәрәкле итеп үткәрә. Һуңғы сирек быуат арауығында төрлө тарафтарҙан иҫкән замана елдәре ауыл кешеһенең совет осоронда яйланған тормошон ҡырҡа үҙгәртте, әлбиттә. Күмәк хужалыҡтар тарҡалып, көн дә эшкә әйҙәүсе бригадирҙар юҡҡа сыҡҡас, бәғзеләр тик ятыуға һалышты, кемдәрҙер йәшәү шарттары еңелерәк булған ҡалаларға тартылды, ҡайһы берҙәр “бәхет эҙләп” алыҫ Себер тарафтарына юлланды. Һирәктәр генә ата-бабаларҙан ҡалған һөнәргә тоғролоҡ һаҡлап, яңы дәүер тыуҙырған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шәхси хужалығында үҙе өсөн тир түгергә билен биштән быуып тотондо. Норҡан ауылы уңғандары Инга менән Дамир Миншараповтар – нәҡ шундайҙарҙан.Урындағы Мичурин исемендәге колхозда күп йылдар тракторсы булып эшләгән ғаилә башлығына тормош юлдашын үҙ ниәттәренә күндереү бер ҙә ауыр булмай. Йәштән хеҙмәт һөйөп үҫкән Инга иренең башланғысын тулыһынса ҡабул итә, һәм улар ең һыҙғанып эшкә тотона. Ниндәйҙер яңылыҡ уйлап сығарырға кәрәкмәй бит: мал-тыуарҙы быға тиклем дә тоттолар, бар нескәлектәр таныш. Теләк булғас, алдарына ҡуйған төп маҡсатҡа – етештергән продукцияны һиҙелерлек табыш килтерерлек итеп һатыу серҙәренә лә тиҙ төшөнә Миншараповтар. Ә тәүге осорҙағы маҡсаттары әллә ни иҫ китерлек тә түгел ине кеүек: үҫеп буй еткерә барған игеҙәк ҡыҙҙарын башҡаларҙан кәм итмәй тәрбиәләү, уларҙы заманса кейендереү, оло тормош юлына әҙерлекле итеп аяҡҡа баҫтырыу.
Ҡасандыр ҡәҙимге колхозсылар кеүек үҙҙәре өсөн генә тотҡан бер һыйыр һәм дүрт-биш баш һарыҡ һанын күпкә арттырып, хәҙер өс һыйыр һауа уңғандар. Йыл һайын һатыу өсөн тиҫтәнән артыҡ башмаҡ һимертәләр. Һарыҡ итен алырға теләүселәрҙең күбәйеүе лә һөйөндөрә уларҙы.
Көндәлек мәшәҡәттәрҙе сығымдар һәм килем алыу йәһәтенән төрлө яҡлап уйлап ойоштороусы Дамир Миншараповтың киләсәккә ниәттәре лә төплө. Ҡуртымға алған 20 гектар сабынлыҡтарына тағы ла бер ни тиклем пай ерҙәрен ҡушырға өмөт итә.
– Иген культуралары менән дә шөғөлләнергә иҫәп бар, – ти ул. – Малдарҙы һимертеү өсөн миҙгелгә уртаса 20 тоннаға яҡын фураж һатып алыу ҡиммәткә төшә. Үҙем үҫтерһәм, әлбиттә, күпкә осһоҙораҡ буласаҡ. Шуға ла ныҡлап тотонорға ине был эшкә.
Һөт һәм унан етештерелгән ашамлыҡтарҙы һатыу йыл әйләнәһенә тиерлек килем бирә тырыштарға. Был йәһәттән мәшәҡәттәрҙе Инга тулыһынса үҙенә йөкмәгән: һыйыр һауыуҙан башлап, һөттө үҙ ваҡытында эшкәртеү, аҡты, яңы ғына айыртылған ҡаймаҡты, күңел биреп эшләгән эремсек һәм һыйыр майын һатыу уның өҫтөндә. Тәҡдим итер тауары әҙер булғас, өлгөр ҡатын машинаһын ҡабыҙа ла тиҫтә ярым саҡрымдағы Яңауылға юллана.
– Ҡалала үҙ һатып алыусыларымды күптән тапҡанмын инде, – ти Инга. – Уларҙы машинала урап сығыу бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай, киреһенсә, һөт ризыҡтарын йыл әйләнәһенә мотлаҡ аласаҡтарына тулы ышаныс бар.
Көндәлек эштәре хаҡында әллә ни ауырлығы булмаған шөғөл һымағыраҡ бәйән итә Миншараповтар. Донъя ығы-зығыһына бер ҙә иғтибар итмәй, үҙҙәрен генә түгел, яҡташтарын да юғары сифатлы ашамлыҡ менән тәьмин итеүсе йүнселдәр шулай хеҙмәттән йәм алып, “тырышҡан – табыр...” тигәнде эш менән раҫлап, күптәргә өлгө булып йәшәй. Афарин, киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын уларға!