Стәрлетамаҡ – Магнитогорск – Көнбайыш Ҡытай16.11.2016
Европанан Көнбайыш Ҡытайға илткән халыҡ-ара транспорт маршрутының Стәрлетамаҡ – Ҡағы – Магнитогорск автомобиль юлын төҙөү буйынса конкурсҡа йомғаҡ ошо айҙа яһала, тип хәбәр итә “Ведомости” гәзите. Унда биш компания – “Көньяҡ Урал автомобиль юлдары”, “Башҡортостан юғары тиҙлекле магистралдәре”, “Башкиравтодор”, “Инвестстрой” фәнни-етештереү үҙәге һәм “Төҙөлөш сервисы” ҡатнашырға теләк белдергән.
Ике эре сәнәғәт үҙәген тоташтырған ике һыҙатлы 171 километр заманса юл өлөшсө М-5 “Урал” трассаһын һәм Европанан Ҡытайға автомобиль юлын үҙ эсенә ала. Уның бер тиклеме өр-яңынан төҙөлөп, ҡайһы бер участкаларҙа ғәмәлдәгеһен яңыртып һалыу ҡарала. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн күпме аҡса йүнәлтеләсәген йыл аҙағына тиклем федераль хөкүмәт комиссияһы хәл итергә тейеш. Әлегә дөйөм сығымдар 30,3 миллиард һум кимәлендә билдәләнеп, уның 20 миллиардын – федераль ҡаҙна, 4,5 миллиардын – республика бюджеты, 5,8 миллиардын инвесторҙар финанслаясаҡ тип көтөлә. Инвесторҙар фекеренсә, республика ҡаҙнаһының бындай мөмкинлеге бар. Юлдың ҡайһы бер участкалары түләүле һәм, транспорт төрөнә ҡарап, унан йөрөү хаҡы километрына 10 – 25 һум торасаҡ.
Бер яҡшының – бер яманы тигәндәй, проекттың ғәмәлгә ашыуы Башҡортостан халҡына бер ни ҡәҙәр хәүеф тә тыуҙыра. Беренсенән, транспорт ағымы, айырыуса фургондар экологик көсөргәнешлекте арттырасаҡ. Икенсенән, уның республикаға мигранттарҙың күләп килеүенә юл асыуы, шул арҡала енәйәтселектең көсәйеүе ихтимал.


Вернуться назад