Сәғәтенә – йөҙ һум16.11.2016
Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаты сәғәтенә 100 һумдан да кәм булмаған эш хаҡы түләүҙе рәсмиләштереү тураһында тәҡдим индерҙе.
“Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы депутаттары раҫлауынса, хәҙерге иң түбән эш хаҡы (МРОТ) күләме – 7500 һум – күптән иҫкерҙе, сөнки иҡтисади ҡеүәте беҙҙең ил менән бер сама булған дәүләттәрҙә күберәк түләйҙәр. АҠШ-та сәғәтенә ете дол­ларҙан кәм түгел. Европа союзында, иленә ҡарап, мәҫәлән, Дания менән Швецияла, бер сәғәтлек эш хаҡы 38 – 39, ә Болгария менән Румынияла дүрт-биш евро тора. Һумдарға күсереп иҫәпләгәндә, Австралияла сәғәтенә – 848 һум, Францияла – 740, Германияла – 675, Бөйөк Британияла – 660, Японияла – 500, Израилдә – 450, Көньяҡ Кореяла – 360, Польшала – 182, Ҡытайҙа – 97, Бразилияла 66 һум түләйҙәр.
Депутаттар фекеренсә, 100 һум нигеҙ күрһәткес булып тора, уға территориаль, тармаҡ һәм һөнәри өҫтәмәләр ҡарала. Эш биреүселәргә хеҙмәт хаҡын ин­фляцияға ҡарап индексацияларға ҡушыласаҡ. Был идея федераль хөкүмәт вице-премьеры Ольга Голодец яғынан хуплау тапҡан. Илдә 4,8 миллион кеше ғәмәлдә 7500 һумға эшләп йөрөй, ти ул, һәм был – бик насар күренеш.
Идея тейешле тарафтарҙа хупланып, ғәмәлгә ашырыла ҡалһа, иң түбән айлыҡ эш хаҡының 16 мең һумға етеүе ихтимал, һәм был әлеге МРОТ-тан ике тапҡырға күберәк. ”Ғәҙел Рәсәй” фракцияһы вәкилдәре ҡаҙнанан хеҙмәт хаҡы алыу­сылар өсөн өҫтәмә сығымдарҙы ла иҫәпләп сығарған – 250 миллиард һум. Бюджет мөмкинлеге етмәһә, депутаттар фаразлауынса, кәрәкле аҡсаны 2017 йылдан башлап Милли үҫеш фондынан алырға мөмкин буласаҡ.
Әйткәндәй, идея яңынан түгел. Дәүләт Думаһына уҙған быйылғы һайлауҙарҙан алдағыһына әҙерлек барышында уҡ “Ғәҙел Рәсәй”ҙең алмаш­тырғыһыҙ лидеры Сергей Миронов сәғәтенә 100 һумдан кәм түләмәүҙе рәсмиләштереү хаҡындағы идеяһын уртаҡлашҡайны инде. Уны либерал-демократтар башлығы Владимир Жириновский ҙа ҡеүәтләне. Әммә ике лидер ҙа мандаттарҙы ҡулдарына эләк­тереү менән миллиондарса һайлаусы дүрт күҙ менән көткән был идея һауала аҫылынып ҡалды...
Закон проекты ғәмәлгә ашырмы, әллә һүҙҙә генә ҡалырмы – ундай хәүефте лә иҫәптән сығарып ташларға ярамай. Тәүге һәм иң көслө оппонент, ҡаҙнала быға сығымдар ҡаралмаған, тип һәр ыңғай башланғысҡа ҡаршы төшөргә күнеккән финанс министры Антон Силуанов булыуы ихтимал. Әйткәндәй, уның һүҙе үтә торған. Мәҫәлән, былтыр йәй буйы пенсия­ларҙы индексациялауға ҡаршы сығыш яһай торғас, ул федераль хөкүмәтте ышандыра алды. Икенсе хәүеф ватан иҡтисадының көрсөк күренеш­тәренә торған һайын нығыраҡ тарый барыуына бәйле. Төрлө сығанаҡтар фаразлауынса, ҡаҙна ҡытлығы дауам итә, киләһе өс йылда иҡтисади үҫешкә булышлыҡ итерҙәй факторҙар күренмәй.
Хәйер, тырышҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тигәндәй, идеяны тор­мошҡа ашырыу өсөн теләк кенә кәрәк. Ҡушма Штаттар хөкүмәтенең эске бурысы 18 триллион долларға етһә лә, американдар бер ҡайғыһыҙ йәшәп ята лабаһа.


Вернуться назад