Ярлылыҡ ғәйеп түгел...15.11.2016
Рәсәй Финанс министрлығы илдә ярлылыҡ буйынса пособие индерергә ниәтләй. Бынан алда “мохтажлыҡ” тигән төшөнсәне ҡануниәт кимәлендә нығытып, уға ярашлы айырым социаль түләүҙәрҙе ҡайтанан ҡарап, яңы төрлө пособие билдәләнәсәк тип күҙаллана. Белгестәр фекеренсә, ошо тәжрибә күп илдәрҙә ҡулланыла һәм илдең иң ярлы ҡатламын яҡлауға ҡайтып ҡала.

“Мохтажлыҡ” төшөнсәһенә кил­гәндә, тәүҙә уның берҙәм критерий­ҙарын, ғаиләнең йәки яңғыҙ йәшәү­сенең килемен иҫәпләү тәртибен аныҡлаясаҡтар. Бөгөн илебеҙҙә финанс ярҙамға 16 йәшкә тиклемге балалары булған, бигерәк тә атаһы йәки әсәһе генә эшләгән ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр мохтаж.
Финанс министрлығының тәҡди­ме Рәсәйҙең 2017 – 2019 йылғы бюджетына индерелмәгән, әммә ағымдағы йылда, яңылыҡтың кире һәм ыңғай яҡтарын баһалап, башҡарма һәм закондар сығарыусы власть органдарының уртаҡ фекергә килеүе зарур.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡара­ғанда, Рәсәйҙәге иң ярлы төбәк – Псков өлкәһе. Унда, иҫәпләүҙәр буйынса, минималь сығымдарҙан һуң тулы ғаиләнең ҡулында айына 570 һум аҡса ҡала. Иң етеш төбәк – Ямал-Ненец округы. Унда минималь сығымдарҙан һуң һәр ғаилә ҡаҙнаһына 91 227-шәр һум аҡса тура килә. Мәскәү 69 406 һум менән рейтингтың өсөнсө урынында. Рәсәй буйынса был күрһәткес уртаса 28 000 һумға тиң, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, 13 процентҡа түбәнерәк.


Вернуться назад