Үҙебеҙҙән дә артып ҡала15.11.2016
Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа сусҡа ите етештереү күләме үҫә. Мәҫәлән, быйыл экспортҡа оҙатылған ит өс тапҡыр самаһы артҡан.
Сусҡасылыҡ тармағының үҫеше илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Быйылғы һөҙөмтәләр ҙә ҡыуандыра: уңыштың алдағы йылдарҙан ике-өс тапҡырға юғарыраҡ булыуы күҙәтелгән. Белгестәр ауыл хужалығы предприятиеларында бындай төр ит етештереү йыл аҙағына 300 мең тоннанан ашып китәсәк тип күҙаллай. Сусҡасылыҡҡа ҡарата төрлө ҡатмарлыҡтар булып тороуға ҡарамаҫтан, етәкселәр артабан да тармаҡтың үҫеше өсөн дәүләт ярҙам итәсәк тип ышандыра.
Сусҡа ите менән бергә ҡошсолоҡтоң да һуңғы йылдарҙа йылдам үҫеүе теркәлгән. Туғыҙ айҙа Рәсәйҙең барлыҡ төр хужалыҡтарында 4,5 миллион тонна самаһы ҡош ите етештерелгән, был 2015 йылдан 3,3 процентҡа артыҡ. 25,5 миллиард дана йомортҡа алынған (былтырғынан 2,8 процентҡа күберәк).


Вернуться назад