Сигенмәһәң, эште еңерһең15.11.2016
Сигенмәһәң, эште еңерһең Заманында Рәмис Лотфуллин тыуған төйәгендә генә түгел, ситтә лә тәжрибәле ураҡ оҫтаһы булараҡ киң танылыу яулаған. Шуға уның тәүәккәллек менән ерҙә үҙаллы эшләргә тотоноуын күптәр тәбиғи хәл тип тә ҡабул иткәндер. Фермерлыҡҡа агротехниканы уның кеүек яҡшы үҙләштергән кешеләр килергә тейештер ҙә.
Эйе, тамырҙары менән тыуған еренә береккән Рәмис Ғабдрахман улы тәүге бураҙналарын уҙған быуаттың 70-се йылдары аҙағында уҡ ярған. Бер аҙ үҙҙәрендәге К. Маркс исемендәге колхозда комбайнсы булып эшләй. Күмәк хужалыҡ тарҡалғас та, булдыҡлы механизатор юғалып ҡалмай, Туймазыла яңы асылған МТС-ҡа барып урынлаша. Унда Шаран районының Бурһыҡ ауылынан килгән ураҡ оҫтаһына өр-яңы “Нью-Холланд” комбайнының штурвалын ышанып тапшыралар.
– Мин ул предприятиела 11 миҙгел эшләнем. Үҙебеҙҙең ҡулдағы ҡеүәтле урып-йыйыу техникаһы менән Шаран һәм Туймазы райондарында ғына түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә иген ҡырҙарын иңләргә тура килде, – ти ул. – Бер йыл беҙҙе Урал аръяғындағы Баймаҡ районына ла ебәрҙеләр. Ундағы йәйрәп ятҡан баҫыуҙарҙа 30 көн ашлыҡ һуҡтырҙыҡ.
Шулай ҙа уңған механизаторға ерҙә үҙаллы эшләп ҡарау теләге тынғылыҡ бирмәй. Районда ла тәжрибәле игенсенең яҡты ниәттәрен хуплайҙар һәм эште башлап ебәреү өсөн уға 72 гектар ер бүлеп бирәләр.
– Шулай итеп ауыл эшҡыуарына әйләндем. Ер эшенә йәштән күнек­кәнлектән, агробизнеста үҙ юлымдан ышаныслы ғына атланым, – ти Бурһыҡ ауылы фермеры. – Районда ла уңыштарымды күрмәй ҡалманылар. 2013 йылда “Эш башлаусы фермер” тигән федераль программаға эләктем. Хөкүмәттән 1,5 миллион һумлыҡ грант алдым. Шуның яртыһына “Беларусь” тракторы һәм ер эшкәртеү агрегаты ҡайтарҙым. Бизнес-планда хужалыҡты күп тармаҡлыға әйләндереү, һөт малсылығы менән шөғөлләнә башлау ҙа ҡаралғайны. Шул маҡсатымды ғәмәлгә ашырып, Саҡмағош районын­дағы хужалыҡтан яҡшы тоҡомло 15 тана һатып алдым.
Хөкүмәт тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙамы хужалыҡтың үҫешенә ҙур этәргес биргән дә инде. Һуңғы йылдарҙа уның ерҙәре лә киңәйгән, ҡураларҙағы мал көтөүе лә ишәйгән. Бөгөн “Лотфуллин” хужалығының ерҙәре 432 гектарға етә. Шуның 357 гектарында иген культуралары үҫә. Ә күп йыллыҡ үләндәр сәселгән 75 гектарлыҡ баҫыуҙы ул бесәнлек итеп файҙалана.
– Быйыл йәй тәбиғәттең көйһөҙлөгө, беҙҙең яҡтарҙа ике айға яҡын һуҙылған ҡоролоҡ уңышты юғалтыуға килтерҙе, хатта ҡыҫҡа һабаҡлы арпаны йүнләп йыйып алып та булманы, – ти Рәмис Ғабдрахман улы. – Ярай бойҙай баҫыу­ҙарына урып-йыйыу техникаһын төшөрә алдыҡ. Әлдә былтыр көҙ 30 гектарҙа арыш сәсеп ҡалдырғанмын. Ужым культураһы ҡоролоҡло йылда ла беҙҙе ҡотҡарҙы, уның ашлығы ла, һаламы ла мул ғына булды. Шуны күҙ уңында тотоп, быйыл көҙ ужым сәсеүлектәрен 142 гектарға ҡәҙәр киңәйттек. Беренсе тапҡыр баҫыу түренән көҙгө бойҙайға урын бирҙек. Орлоғон күрше Ерекле ауылындағы “Ястреб” хужалығынан алдыҡ. Белеүебеҙсә, ҡиммәтле был культу­раның уңышы ла һәйбәт, иген баҙарында ла уны яҡшы хаҡҡа һатырға була. Агротехник талаптарҙан сығып, ужым бойҙайын таҙа пар еренә сәстек. Алдағы уңышҡа көҙҙән ныҡлы нигеҙ һалынды тип әйтергә мөмкин. Ә яҙғы культураларҙың юғары кондициялы орлоғон беҙ Туймазы районындағы алдынғы “Әсән” кооперативынан алабыҙ. Улар менән күптән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Игенселекте үҫтереү өсөн фермер хужалығының етештереү базаһы ла яҡшы ғына. Быйыл банктан кредит юллап, ауыл эшҡыуары ҡулдан 600 мең һумға “Нива” комбайны һатып алған. Хәҙер ул урып-йыйыуҙа артыҡ сығымдар түгеп МТС техникаһын яллауҙан да ҡотолған.
– Яңы комбайн алырға беҙҙең көс етмәй, – ти Рәмис. – Уның ҡарауы, техниканың көйөн яҡшы беләм, иген урғанда әлеге “Нива” баҫыуҙа бер тапҡыр ҙа ватылып ултырманы. Ләкин хужалыҡта үҫемлекселек һәм мал аҙығы етештереү тармағы өсөн бөтә комплекслы техника ла бар тип әйтеп булмай. Тәү сиратта беҙгә бесән һәм һалам әҙерләү өсөн юғары етештереүсәнле пресс-йыйғыс кәрәк. Шул техникаға эйә булһаҡ, йәйге ҡыҙыу осорҙа беҙҙең эш тә еңеләйә төшәсәк.
Бурһыҡ фермеры юҡҡа ғына киләсәктә мал аҙығы етештереүҙә лә алдынғы технологияларҙы индереү хаҡында телгә алып үтмәгәндер. Ни тиһәң дә, “Лотфуллин” крәҫтиән (фермер) хужалығы әлеге көндә төп табышты малсылыҡ тармағынан ала. Бер нисә йыл эсендә бында ит-һөт малын 60 башҡа еткергәндәр. Ғаилә фермаһында яҡшы нәҫелле һауын һыйырҙар ғына ла 20 баштан артыҡ.
– Йәш малдарҙы үҙебеҙҙең иха­талағы ҡурала аҫрайбыҙ, – ти хужа. – Ә һауын көтөүе өсөн инәйем биләгән ер участкаһында ҙур аҙбарҙы яңыртып һалдым. Хәҙер бер утарҙы шунда күсерҙек. Һыйыр һауыуҙа төп көс йәмәғәтем Зөлфиә иңенә төшә инде. Эште еңеләйтеү өсөн ике һауыу аппаратын алдыҡ. Шуға иртәнге йәки киске һауымды теүәлләү өсөн иптәшемә сәғәт ярым ваҡыт етә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: эште белеп ойошторған Лотфуллиндар үҙ хужалығында һан менән генә түгел, сифат менән дә алдыра. Улар аҫраған голштин-фриз тоҡомло ит-һөт малының продуктлылығы ла юғары. Ә инде агробизнес менән шөғөлләнеүҙә эштең иң яуаплыһын — көндәлек һөттө һатыуҙы – ғаилә башлығы үҙ хәстәренә алған. Етештерелгән продукцияны ул район үҙәгендәге “Шаран һөтө” предприятиеһына үҙе илтеп бирә икән.
– Әммә һатып алыу хаҡтарының түбән булыуы көйөндөрә. Йәйге муллыҡта һөттөң литрын 13-14 һум менән алһалар, әле 16-17 һум түләйҙәр, – ти ауыл эшҡыуары. – Былтыр үҙҙәре килеп алғанда ныҡ мутлаша торғай­нылар, аҡтың күләмен дә, ҡуйылығын да кәметеп яҙырға ғәҙәтләнеп алғандар. Шуға һөттө әҙерләүселәргә үҙең илтеп биреүең, шунда уҡ лабораториянан анализын ҡулға алыуың хәйерлерәк. Ә был төр продукцияны беҙ күп етештерәбеҙ. Көҙөн дә Шарандағы шул предприя­тиеға көнөнә 200 килограмм һөт илттем. Тик, бая әйткәнсә, хаҡ сәйәсәте генә беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй, һис юғында, килограмын 23–25 һум менән алһындар ине. Беҙҙе бит сығымдарҙы ҡаплау, етештереүҙең рентабеллелеген арттырыу мәсьәләһе лә борсой.
– Ә бына иткә хаҡтар күтәрелеү крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары файҙаһына эшләй, – тип һүҙен дауам итте ул. – Беҙ бит йылына кәмендә 10 баш малды иткә һимертәбеҙ. Күмәр­тәләп алырға теләгән сауҙагәрҙәргә килоһын 260 һум менән биреп ебәрәбеҙ, үҙебеҙ иһә 280 һум менән һатабыҙ. Юғары көрлөктәге бер баш малды реализациялауҙан ғына ла хәҙер ғаилә бюджетына 70 мең һум аҡса инә. Тимәк, ит етештереү – хужалыҡ өсөн отошло шөғөл. Әле бына һимертеү майҙансығындағы өс баш һуғым өлгөрөп килә.
Әлбиттә, һөт һәм ит малсылығын үҫтереү хужаларҙан күп көс һәм ҙур тырышлыҡ һалыуҙы талап итә. Рәмис Ғабдрахман улы башта элекке колхоздың һерәйеп ултырған ферма­һынан берәй бинаны һатып алырға теләк белдергән. Ләкин тегеләр сиктән тыш ҡыйбат хаҡ ҡуйған. Яңыраҡ эш башлаған фермерҙа ундай аҡса ҡайҙан булһын? Тик эйәһеҙлектең ҡасан яҡшыға алып килгәне бар, әйтеү­ҙәренсә, хәҙер ташландыҡ фермалағы шул корпустарҙың һөлдәһе генә тороп ҡалған.
Һүҙ ҙә юҡ, ҙур фермер хужалығын алып барыу әлеге көндә булдыҡлы Лотфуллиндар өсөн дә еңелдән түгел. Шуға ла улар һыйыр малын 60 баштан арттырырға йыйынмайҙар ҙа, сөнки шунан да ҙур көтөүҙе ике ихатала тотоуы ҡыйынға төшәсәк, өҫтәүенә ауылда хосуси хужалыҡҡа эшкә килергә ашҡынып торған кеше лә юҡ. Ярай әле, бер тракторсы егет һәм бер көтөүсе менән улар уртаҡ тел табып эшләй.
– Әле эшкәрткән 432 гектар ер ҙә беҙгә етә, – ти фермер. – Сөнки яңы техника алыу өсөн дә мөмкинлектәр аҙыраҡ. Бына мин өс йыл элек “Беларусь” тракторын 630 меңгә алғайным, хәҙер инде уның хаҡы 1,2 миллион һумға ҡәҙәр күтәрелгән. Ни ҡылмаҡ кәрәк – ерҙе эшкәртеү өсөн ҡулында ҡеүәтлерәк техникаһы булған егеттәрҙе яллайым. Беҙҙеке ише ауыл етеш­тереүселәре өсөн кредит ставкалары артыҡ юғары. Быйыл ҡулдан “Нива” комбайнын алғанда “Россельхозбанк” миңә кредитты 21 процент менән бирҙе. Шунан үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде. Кредиттарҙы осһоҙ­ландырыу мәсьәлә­һендә Хөкүмәткә ныҡлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Кем эшләй, кем хужалығын үҫтерә — шуларға 7-8 процент ставка менән аҡсаһын да күберәк бирһендәр. Ул саҡта мин дә техниканы яңыртыр, ҡеүәтлерәген алыр инем.
Үҙенең ышаныслы ярҙамсыһы — улы Айнур менән бергә ауыл эшҡыуары шулай етештереүсәнлекте үҫтереү, эштең һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу хаҡында уйлана. Беҙ иһә форсаттан файҙаланып, уларҙы тормоштарында яңыраҡ кисергән оло шатлыҡтары менән ихлас ҡотланыҡ. “Лотфуллин” фермер хужалығы баҫыусылыҡта һәм ит-һөт малсылығында ирешкән уңыштары өсөн Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалына лайыҡ булған.
– Был оло бүләк беҙгә яңы көс һәм илһам өҫтәне. Шуны әйтә алам: эште белеп ойошторһаң, агробизнес өлкәһендә лә һынатмаҫҡа була. Шуның өсөн дә беҙ алдағы көнгә яңы пландар һәм яҡты өмөттәр менән йәшәйбеҙ, – тине хушлашҡанда Рәмис Ғабдрахман улы.


Вернуться назад