Еңел аҡса кеҫәне өтә15.11.2016
Ауыр заманда йәшәйбеҙ... Был һүҙҙәрҙе көн һайын әллә күпме кешенән ишетергә тура килә. Ысынлап та, аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәренә хаҡтарҙың артҡандан-арта барыуы, ҡулайлаштырыу сәйәсәте һөҙөмтәһендә күптәрҙең эшһеҙ тороп ҡалыуы, халыҡтың кредиттар ҡоллоғона эләгеүен уйлаһаң, ҡара һөрөм ҡаплағандай була.
Шундай мәлдә бәғзеләр йәшәйешен яҡшыртыу ысулын таба, икенселәр “ни булһа ла булыр” тип барыһына ла ҡул һелтәй, һирәктәре донъянан ваз кисә... Шул уҡ ваҡытта закондарҙы урап үтергә маташҡандар ҙа бар. Тик ҡырын эштең осо һәр саҡ килеп сыға.
Ул сағыштырмаса яңы сит ил машинаһын төкөткәс аптырап ҡала. Үҙенә бер нимә булмаһа ла, “ҡорос атын” йүнәтеү өсөн арыу уҡ аҡса китәсәген яҡшы аңлай. Был хәлдән ҡотолоу юлын эҙләп баш вата торғас, страховкалау компанияһына мөрәжәғәт итергә була. Тик уға был осраҡта бер тин дә страховка аҡсаһы тейеш түгеллеген дә яҡшы белә. Шуға күрә машинаһының юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе тураһында ялған документтар әҙерләй башлай. Был йүнәлештә махсус белеме булыуы ла ярҙам итә уға. Хатта ЮХХДИ хеҙмәтенең белешмә, протоколдарын да ялған юл менән эшләп ала. Барыһы ла әҙер булғас, ул страховкалау компанияһына юллана. Һөҙөмтәлә йөҙ мең һумдан ашыу аҡса ала.
Көтөлмәгән һәм еңел юл менән кеҫә ҡалынайтҡан ир бының менән генә туҡтап ҡалмай. Күрәһең, уның сослоғо тураһында таныштары араһында хәбәр тарала. Тиҙҙән уға машинаһын төкөткән берәү мөрәжәғәт итә. “Страховкалау осрағы түгел икәнлеген беләм. Әммә машинаны йүнәтергә аҡса кәрәк. Ярҙам ит инде!” – тип ялбара. “Әлбиттә, страховкалау осрағы булмаһа ла, аҡса эшләп була. Тик һинең менән килешеү төҙөйбөҙ. Алған аҡсаңдың 40 процентын миңә бирәһең”.
Мөрәжәғәт итеүсе ҡуш ҡуллап риза була. Страховкалау компанияһын бер мәртәбә тишек кәмәгә ултыртҡан ир эшкә тотона. Тағы ла ялған документтар туплана. Хатта “зыян күреүсе” юл-транспорт ваҡиғаһына тарығанлығын иҫбатлаған ҡағыҙҙарҙы таба. Йәнәһе, аварияла тағы бер кеше ҡатнашҡан тип уның машинаһының да документтарын әҙерләй. Тик был юлы ул страховкалау компанияһын һемәйтә алмай.
Ялған документтар әҙерләп табышлы булған ир хөкөм эскәмйәһенә ултырҙы. Ул тикшереү барышында уҡ бар ғәйебен танып, хоҡуҡ һаҡсыларына эште асырға ярҙам итте. Судты ла айырым тәртиптә үткәреүҙе үтенде. Хөкөм ҡарары сығарылғанда быларҙың барыһы ла иҫәпкә алынып, ул шартлы рәүештә иркенән мәхрүм ителде. Шулай уҡ уға еңел юл менән табылған аҡсаны ҡайтарып бирергә, штраф түләргә кәрәк буласаҡ. Унан “ярҙам” һорап мөрәжәғәт иткән кешегә айырым енәйәт эше асылды. Ул ир затына ла страховкалау компанияһын алдап, аҡса алырға маташҡаны өсөн закон алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Эйе, ҡырын эштең ҡырҡ йылдан һуң да беленеүен быуаттар дауамында халыҡ аҡылы дәлилләгән. Шуға күрә заман ауырлығына һылтанмай, хәләл көс менән мал табып, намыҫлы йәшәһәк ине.