2016 йылдың III кварталында банктар бөтәһе 14,4 мең ялған банкнота асыҡлаған, был уртаса һәр айға 4,5 – 4,9 мең тура килә тигән һүҙ.Ялған аҡса әйләнеше, былтырғы йыл менән сағыштырғанда, кәмей төшкән. Үткән йыл ошо кварталда ун процентҡа күберәк булған. Былтыр илдә бөтәһе 72 мең ялған банкнота асыҡланған. Рәсәйҙә ҡулда бөтәһе 8,4 триллион һум тәшкил иткән 6,2 миллиард ысын купюра йөрөгәндә яһалма аҡсаның ҡулға килеп эләгеү ихтималлығы бик аҙ. Бер ялғанға 86 мең ысын банкнота тап килә.
Үҙәк банк мәғлүмәттәре буйынса, ялған аҡсаларҙың өстән ике өлөшө биш меңлектәргә тап килә. Кварталда ошондай 8515 банкнота асыҡланған. Ҡалғандары бөтәһе лә тиерлек бер меңлектәр. Ә бына биш йөҙлөк кеүек аҡсалар эшләү менән бигүк ваҡланып бармайҙар – улар ни бары 429 дана ғына табылған. Ялған валюта эшләү ҙә модала түгел – бөтәһе 1147 доллар, ике евро һәм 15 Ҡытай юане әйләнештән алынған.
Яһалма аҡсалар “бәйгеһендә” Үҙәк округ иң алда бара. Бында һигеҙ меңдән ашыу купюра табылған. Төньяҡ-көнбайыш һәм Көньяҡ округтарҙа өсөнсө кварталда 1,7 меңәр ялған һумдар юҡ ителгән. Ә бына Урал менән Себерҙә иң аҙы – унда 550 һәм 650. Алыҫ Көнсығышта иһә иң намыҫлы халыҡ йәшәй.