Ямау һалыр кәрәк әле...08.11.2016
Халыҡ-ара мультимедиа кимәлендә эшләгән Russia Beyond The Headlines проекты күптән түгел үҙ уҡыусылары, тыңлаусылары һәм тамашасылары иғтибарына Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың илебеҙ иҡтисадындағы көрсөк һәм унан сығыу юлдары тураһындағы ҙур мәҡәләһен тәҡдим итте.
Был проект 17 телдә донъяның 30 дәүләтенә таратыла, уның мәғлүмәттәренән 10 миллион 200 мең кеше файҙалана, 40-тан ашыу шундай уҡ ҙур ойошма менән хеҙмәттәшлек итә, Интернетта ғына ла 21 сайты бар.
Хөкүмәт етәксеһе аңлатыуынса, Рәсәй әле үҙ иҡтисадына капиталь ремонт яһау осорон кисерә. Мәҡәләлә бөгөнгө шарттарҙың ун төп үҙенсәлеге килтерелә:
1. Рәсәй иҡтисадының проблемалары – донъяның дөйөм проблемаларының бер өлөшө. 2008 йылдан алып дауам иткән глобаль көрсөк донъя баҙарындағы тотороҡлолоҡто юғалтты. Ер шарының финанс баҙары хәҙер шундай һәләткә эйә – ул ғәйәт ҙур аҡса күләмен күҙ асып йомғансы күсерә ала, ләкин заманса көйләү системаһына мохтаж. Сәйәси ҡараш баҙар конкуренцияһын торған һайын йышыраҡ алмаштыра бара. Санкциялар – шул күренештең бер сағылышы.
2. Беҙҙең ил иҡтисады нефть хаҡтарынан һәм санкцияларҙан түгел, ә үҙенең структураһы кәмселектәренән интегә. Былтыр нефткә хаҡ ике тапҡырға төштө. Был – донъяның иҡтисади тарихында һис ҡасан булмаған хәл. Әммә ил иҡтисадының электән тамырланып ҡалған структураһы төп тотҡарлыҡ булып тора. Был иһә 2000 йылдар башында булдырылған иҡтисади үҫеш моделенең иҫкереүенә ишаралай. Үҫеш тиҙлегенең кәмеүе Рәсәйгә ҡарата санкциялар ҡуллана башлағансы уҡ тоҫмалланғайны.
3. Тышҡы янауҙарға ҡарамаҫтан, Рәсәй баҙар иҡтисадлы ил булып ҡалыуын дауам итә. 2014 йыл аҙағында ул иҡтисади һәләкәт алдында тора тип ҡурҡыталар ине, ләкин илебеҙ Хөкүмәте аҡсаны алмаштырыу курсын күҙәтеү, ҡаҙна сығымдарын һаҡсыл тотоноу, хаҡтарҙы уйлап көйләү кеүек ысулдар менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнде. Һәм насар күрәҙәлек итеүҙәр тормошҡа ашманы.
4. Нефткә бойондороҡло булыу кәмей. “Ҡара алтын”ға бәйле булмаған килемдең өлөшө дөйөм табыштың 60 процентына етте тиерлек. Был иһә Рәсәйгә валюта һәм алтын резервтарын һаҡлап тотоу, аҡса системаһының тотороҡлоғон юғалтмау форсаты бирә. Инфляция кәмей бара, һәм быйыл ул алты проценттан да артмаясаҡ.
5. Банк системаһы көрсөккә бирешмәне. Рәсәйҙең Үҙәк банкы былтыр – 93 банкты, быйыл 48-ен япты, ләкин был хәл финанс ойошмалары араһында ығы-зығы тыуҙырманы, улар тотороҡло эшләүен дауам итә. Былтыр кешеләрҙең банктағы тупланмалары – 25, ә корпоратив иҫәптәрҙәге аҡса 20 процентҡа артты.
6. Рәсәйҙәге капиталдың ситкә ағыуы кәмене. Былтыр аҡсаның илдән ситкә күсерелеүе 2014 йыл менән сағыштырғанда 2,5 тапҡырға аҙайҙы. Быйылғы алты айҙа ул 10,5 миллиард доллар тәшкил итте. Рәсәйҙең тышҡы тулайым бурысы “шиңә” бара: 2014 йылдың уртаһында 733 миллиард доллар булһа, 2015 йыл уртаһына был күрһәткес 516 миллиардты тәшкил итте.
7. Сәнәғәт үҫеше төҫмөрләнә. Һумды девальвациялау ил эсендә сәнәғәттең үҫешенә ярҙам итте. Былтыр аҙыҡ-түлек эшкәртеү тармағы – ике процентҡа, химия продукцияһы етештереү – 6,3, нефть химияһы тауарҙары эшләп сығарыу 0,3 процентҡа күтәрелде. Дарыуҙар 26 процентҡа күберәк етештерелде. Ауыл хужалығы тотороҡло үҫә: уҙған йыл ул етештереү күләмен – 3 процентҡа, ә быйылғы ете ай йомғаҡтары буйынса 3,2 процентҡа арттырҙы.
8. Компаниялар һәм айырым кешеләр Рәсәй тауарҙарын күберәк һатып ала. Автомобиль сәнәғәтендәге хәл барыһынан да яҡшыраҡ булды. Сит ил компаниялары менән берлектәге предприятиелар асыу иҫәбенә импорт күләме 22,5 процентҡа аҙайҙы. Башҡа илдәрҙән металл һатып алыу – 4,5 процентҡа, туҡыма һәм галантерея әйберҙәре – 7,8 процентҡа, сит аҙыҡ-түлекте алыу 4,1 процентҡа кәмене.
9. Компаниялар хосуси эшҡыуарлыҡҡа ҡарағанда йоғонтолораҡ эшләй. Шулай ҙа тотороҡландырыу буйынса күрелгән саралар көрсөктөң төп эҙемтәһен – рәсәйҙәрҙең тормош кимәленең түбәнәйеүен – оҙайлы ваҡытҡа туҡтата алмай: булған килем һәм реаль эш хаҡы түбәнәйә. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй компаниялары үҙ иҫәптәрендә 21 триллион һум (185 миллиард доллар) аҡса тота.
10. Хөкүмәт инвестицияның үҫеүенә өмөт бағлай. Илде тотороҡло үҫеш юлына сығарыу өсөн инвестиция күләмен байтаҡҡа арттырыу талап ителә – ул эске тулайым продукттың әлеге 20 проценты кимәленән алып 22-24 процентҡа саҡлы етергә тейеш. Аҡса тупланмалары булдырыуҙы ғына түгел, ә уларҙы инвестицияға әйләндереүҙе дәртләндергән саралар күреү зарур. Эш процент ставкаларының күпме булыуынан бигерәк был йүнәлештә билдәһеҙлек, ышанмаусылыҡ хөкөм һөрөүендә.