Ауыл хужалығы менән шөғөлләнеү бер ваҡытта ла еңелдән булмаған. Шуға был өлкәлә үҙ эшен асырға теләүселәр ҙә күп түгел кеүек, улар араһында уңышлы эшләп киткәндәре иһә бармаҡ менән һанарлыҡ. Әммә ысын ер “ене” ҡағылғандарҙы бындай ауырлыҡтар ҡурҡытмай, улар тырышып эшмәкәрлеген алып бара.Бынан 19 йыл элек ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе төп маҡсаты итеп, ошо өлкәлә шәхси эшен асырға йөрьәт иткән Гусев ауылы уҙаманы Абрар Ғайсин да төшөнкөлөккә бирелеп барғандарҙан түгел. Ул етәкләгән “Данлы Урал” ауыл хужалығы кооперативы бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тора, илдең аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә үҙ өлөшөн индерә.
— Заманында дөрөҫ ҡарарға килеп, ошо хужалыҡҡа нигеҙ һалғаныма ҡыуанып бөтә алмайым, — ти Абрар Хафиз улы. — Төрлө саҡтар булды, ауырлыҡтарын да һиҙҙем, әммә бөгөн шуның татлы емештәрен татыйбыҙ. Шөкөр, башҡарған эштең һөҙөмтәһе бар. Һуңғы йылдарҙа, ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтар тотороҡлана төшкәс, уғата дарман артты. Бойҙай, арпа, һолоға ихтыяж ҙур булмаһа ла, ҡарабойҙай хаҡы насарҙан түгел. Шуға ошо йүнәлештә эшләү отошло. Игенде иһә малға ашатһаң, ит-һөт аша уларҙың да үҙҡиммәтен арттырырға мөмкин.
Бына шулай ауылса ябай ғына итеп, әммә төплө анализ яһай баҙар иҡтисадына тәжрибәле фермер. Ғөмүмән, һәр нәмәне ете ҡат үлсәп, төптән уйлап эшләү ҡанында Абрар Хафиз улының. “Уңыштың сере нимәлә?” тигән һорауға ла, үҙ эшенә тоғро хеҙмәтсәндәрҙә, тип яуаплай. Был йәһәттән ул хужалыҡ ойошторолғандан алып эшләгән Хажиәхмәт Һатлыҡовты айырым телгә алып үтте. Техниканы, баҫыусылыҡ серҙәрен яҡшы белә, иң мөһиме, эшкә үҙенеке кеүек итеп ҡарай, ти Абрар Хафиз улы Хажиәхмәт ағай тураһында. Ул шулай уҡ Зөлфәр Мостафин хаҡында ла ыңғай фекерҙә.
Хужалыҡтың башлыса Таҡһыр ауылы халҡы пайы иҫәбенән ҡуртымға алынған 300 гектар сәсеүлеге, сабынлыҡ һәм көтөүлек ерҙәре бар. Һыйыр, йылҡы малынан тыш, сусҡа ла аҫрайҙар. Киләсәктә йомортҡа тауыҡтары ла үрсетмәксе йүнсел. Шулай уҡ сусҡасылыҡ тармағын емгә талымһыҙ булған вьетнам сусҡалары менән тулыландырмаҡсы. Бында, иген культуралары башлыса мал аҙығы сифатында тотонола. Әйткәндәй, һыйырҙарҙы һаумайҙар, шунлыҡтан быҙауҙар тиҙ үҫә.