Үҙебеҙҙеке кәрәк01.11.2016
Рәсәй предприятиелары 2020 йылға энергия һаҡлағыс лампалар етештереү күләмен 75 процентҡа тиклем еткерергә тейеш. Ил Хөкүмәте шундай ҡарар ҡабул итте.
Документ яҡтыртҡыс диодлы приборҙарға күсеү осорон билдәләй. 2017 йылға уларҙың өлөшө ойошмаларҙа – 10, 2018 йылға – 30, 2019 йылға – 50, 2020 йылға 75 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Был талап тарифты дәүләт көйләгән барлыҡ компанияларға ҡағыла.
Улар энергия һаҡлау һәм уны һөҙөмтәле ҡулланыу өлкәһендә программалар ҡабул иткәндә быны иҫәпкә алырға тейеш.
Белгестәр быны дөрөҫ һәм үҙ ваҡытындағы алым тип баһалай. Был йәһәттән Рәсәй баҙары ярайһы үҫешкән. Әлеге аҙым уға йәнә киңерәк офоҡтар аса, сөнки илдә бындай төр лампаларҙы етештереү менән шөғөлләнгән ҙур компаниялар бар.
Әлбиттә, лампочка барыһына етәсәк, әммә уның ҡайһы бер өлөштәрен әлегә Япониянан, Кореянан, АҠШ-тан һәм Европанан алабыҙ. Шуға ла белгестәр был юҫыҡта ла етди эш алып бара.