Килем сығанаҡтары үҙгәрешһеҙ ҡала28.10.2016
Республикабыҙ парламентының быйылғы көҙгө сессияһының икенсе ултырышы 40-тан ашыу мәсьәләне ҡараны, ҡануниәт проекттарын тикшерҙе, депутаттар эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ҡарарҙар ҡабул итте.
Улар араһында иң мөһиме тип республиканың дәүләт ҡаҙнаһына ҡағылышлы документты атарға булалыр. Әле беренсе уҡыуҙа ғына ҡабул ителгән 2017 йылғы бюджеттың килем өлөшөн 114,4 миллиард һум тип билдәләнеләр. 2018 йылда ҡаҙна – 117,3 миллиард, ә унан һуңғы йылда 120,8 миллиард һум күләмендә күҙаллана. Сығымдар өлөшө киләһе йыл 123,9 миллиард һум тип ҡаралһа, 2018 йылда уны – 126,3 миллиард, ә артабанғы йыл өсөн 129,3 миллиард һум итергә ниәтләйҙәр. Ҡаҙна килеменең төп сығанаҡтары элеккесә ҡала: уның өстән бер өлөшөн – ойошмалар табышынан, тағы ла өстән бер өлөшөн кешеләр килеменән һалым тулыландырасаҡ.
Ултырыш тамамланғас, парламент Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттар менән осрашты. Әңгәмәлә һүҙ Дәүләт Йыйылышынан ил парламенты ҡарауына тәҡдим ителгән ҡануниәт проекттары, халыҡтың социаль ихтыяждарын яҡлау һәм башҡа йүнәлештәр тураһында барҙы.