Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикала 2015 йылдағы килеме 1 миллиард һумдан ашҡан һигеҙ кеше йәшәй. Был уларҙың һалым декларацияларынан билдәле булды. Шуларҙың икәүһе табышты ҡиммәтле ҡағыҙҙар һәм ашығыс эштәрҙең финанс инструменттары аша, ә алтауһы эшҡыуарлыҡтан алған. Беҙҙең төбәктә былтырғы килем буйынса барлығы 209 мең декларация тапшырылған. Уларҙың 93 процентының табышы 1 миллион һумдан аҙыраҡ. Идаралыҡ белгестәре аңлатыуынса, 10 миллион һумдан ашыу килем буйынса тултырылған декларацияларҙың һаны йылдан-йыл арта: 2014 йылда ундайҙар 505 кеше булһа, былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, уларҙың һаны бишәүгә артты. Килеме шулай ҙур булғандар араһында ике нотариус, 371 шәхси эшҡыуар һәм бүтән шөғөлдәге 137 һөнәр эйәһе бар. Бер йыл эсендә килеме 500 миллион һумдан алып 1 миллиард һумға саҡлы булғандарҙың һаны ла 2014 йылға ҡарағанда дүртәүгә күберәк.