Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Роснефть” компанияһының
Баш башҡарма директоры Игорь Сечин менән осрашты.“Башнефть” акционерҙар нефть компанияһының үҫеш стратегияһы, уның дивидендтар һәм һалым сәйәсәте сараның төп темаһына әүерелде. Яҡтар шулай уҡ төбәк менән “Роснефть” араһындағы эш итеү мөмкинлектәрен, шул иҫәптән нефть һәм газ химияһы объекттарын төҙөү һәм яңыртыу, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.
Осрашыу аҙағында Рөстәм Хәмитов менән Игорь Сечин “Әсә һәм бала” клиник госпиталендә булды.
Күптән түгел генә “Роснефть” компанияһы “Башнефть” акцияларының дәүләт пакетын һатып алыу-һатыу договорын төҙөнө. Ул шулай уҡ Федераль ҡаҙналыҡ иҫәбенә 329,7 миллиард һум аҡса күсереп, килешеү буйынса йөкләмәләрен тулыһынса үтәне.
“Башнефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 38 128 551 ябай акцияһы һәм 6 280 076 өҫтөнлөклө акцияһы (устав капиталының 25 проценты) Башҡортостан милкендә ҡала.