Илдә иткә ҡытлыҡ булмаясаҡ23.03.2012
Донъяның ныҡлап ҡоралланыусы илдәре билдәле булды. Һиндостан был йәһәттән беренселекте бирмәгән. Тағы бер яңылыҡ: Рәсәйгә Евросоюздан сусҡа һәм һыйыр малын индереү ваҡытлыса тыйылды.

Азия ҡораллана

2007 – 2011 йылдарҙа донъяла һатыуға сығарылған хәрби ҡорал күләме 2002 – 2006 йылдар менән сағыштырғанда 24 процентҡа артҡан. Иң эре һатып алыусыларҙың бөтәһе лә тиерлек Азия илдәре. Был турала Донъя мәсьәләләре буйынса Стокгольм халыҡ-ара тикшереү институты (SIPRI) хәбәр итә.
Бөтөн донъяла һатыуға сығарылған хәрби ҡоралдарҙың 10 проценты Һиндостанға тура килгән. Ул был баҙарҙа 2007 йылдан алып иң эре һатып алыусы һанала. Был ил 2007 – 2011 йылдарҙа Рәсәйҙән 120 СУ-30МК һәм МИГ-29К, Бөйөк Британиянан 20 Jaguar истребителе һатып алған.
Бының төп сәбәбе, белгестәр фекеренсә, Һиндостандың хәрби ҡоралды яңыртырға теләүендә. Элек был илде нигеҙҙә СССР тәьмин иткән, әммә ул осорҙағы хәрби ҡорал хәҙер иҫкергән. Һиндостандың үҙ мәнфәғәттәре булған ҡеүәтле ил икәнен иҫәпкә алғанда, ни өсөн СССР осоронан ҡалған самолеттар урынына өр-яңы замансалары килгәнен төшөнөргә була. Был шулай уҡ күршеләрҙе лә "ҡыҙыу аҙымдан" тыйыусы фактор. Мәҫәлән, уның Пакистан менән мөнәсәбәтен һаман да дуҫтарса тип атап булмай.
Шулай уҡ ныҡлап ҡоралланыусы илдәр исемлегендә Көньяҡ Корея ла бар, уға донъяла һатыуға сығарылған хәрби ҡоралдарҙың 6 проценты тура килә. Унан һуң — Ҡытай, Пакистан һәм Сингапур. Һөҙөмтәлә ошо биш ил донъяның ҡорал сауҙаһының 30 процентын биләй.
Ҡайһы бер ғәрәп илдәре лә һуңғы мәлдә ныҡлап ҡораллана башлаған. Мәҫәлән, Сүриә буйынса был күрһәткес 2002 – 2011 йылдарҙа 580 процентҡа артҡан! Уны Рәсәй, Белоруссия һәм Иран тәьмин итә тип белдерә SIPRI. Ә бына революциялар булып үткән Тунис менән Египет кеүек илдәргә хәрби ҡоралды АҠШ күпләп оҙатҡан икән.
Ҡорал һатыусылар исемлегендә беренсе урынды АҠШ биләй, Рәсәй – икенсе. Шулай уҡ ҡорал экспортлаусы иң эре бишәү иҫәбенә Германия, Франция һәм Бөйөк Британия инә.

Сусҡаларға юл ябылды

20 марттан "Россельхознадзор" Евросоюздан сусҡа һәм һыйыр малын индереүҙе ваҡытлыса тыйҙы. Әммә, белгестәр фекеренсә, был саралар илдә һис тә иткә ҡытлыҡ тыуҙырмаясаҡ.
"Россельхознадзор" Европа илдәрендә малсылыҡҡа ҙур хәүеф менән янаған вируслы ауырыуҙар киң таралғанлыҡтан был аҙымға барырға мәжбүр булған. Шулай уҡ Европанан экспортланған ауыл хужалығы продукцияһының ныҡлап тикшереү үтмәүе, Рәсәйгә оҙатылған сусҡаларҙың ветеринар талаптарға яуап бирмәүе лә ҙур борсолоу тыуҙыра икән.
Был сикләү әлегә иткә китәсәк малға ғына ҡағыла. Көсәйтелгән ветеринар күҙәтеүе аҫтында тоҡомло мал индереү рөхсәт ителә.
Илдә иткә ҡытлыҡ булмаясаҡ тип ышандырырға тырыша белгестәр. Мәҫәлән, Милли ит ассоциацияһы рәйесе Сергей Юшин белдереүенсә, Европанан 2011 йылда һуғымға яҡынса 40 мең тонна сусҡа индерелгән. Ә Рәсәйҙә ошо уҡ ваҡытта иткә 2,4 миллион тонна сусҡа ебәрелгән. Быйыл иһә был күрһәткестең тағы 150 – 200 мең тоннаға артыуы көтөлә. Шуға ла был 40 мең тонна сусҡа ите Рәсәйҙең ауыл хужалығы баҙарына әллә ни йоғонто яһай алмаясаҡ.
Ә бына һыйыр малына килгәндә, беҙ Европанан уларҙы бары тик тоҡомсолоҡто үҫтереү өсөн һатып алабыҙ икән. Ә тоҡомло малдарҙы индереүгә рөхсәт һаҡланғанға күрә, был бер ниндәй өҫтәмә ҡатмарлыҡ тыуҙырмаясаҡ.

Ауыл халҡы ниңә эшһеҙ?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн Башҡортостанда 31 мең эшһеҙ иҫәпләнә. Уларҙың 40 проценты тирәһе – ауыл халҡы. Шулай уҡ байтаҡ ҡына гүзәл зат та эш урыны таба алмай яфалана, улар эшһеҙҙәрҙең дөйөм һанының 59 процентын тәшкил итә.
Эшһеҙҙәр араһында 16 – 29 йәштәрҙәгеләр 24 процентҡа етһә, пенсия алды йәшендәгеләр – 9, инвалидтар – 7 процент тирәһе.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә еткерә. Мәҫәлән, рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәрҙең яртыһы хеҙмәт урынынан үҙ теләге буйынса киткән. 20 процент тирәһе ойошма бөтөрөлөү йә эш урыны ҡыҫҡартылыу сәбәпле эшһеҙ ҡалған. Йылдан ашыу "ял иткәндән" һуң эшкә урынлашырға теләүселәр һаны ла байтаҡ ҡына – 17,5 процент. Ә бына тәүге тапҡыр эш урыны эҙләүселәр дөйөм һандан 5 процент ҡына тәшкил итә.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН


Вернуться назад