Үҙенә эшләй18.10.2016
Иҡтисадта “үҙенә эшләй” тигән һүҙ бар. Быны юридик йәһәттән эшҡыуар булараҡ теркәлмәгән кешегә ҡарата әйтәләр.
Улар үҙ эше менән мәшғүл булып, берәүҙе лә ялламай. Башлыса быға кейем йүнәтеү һәм тегеү, шәхси дәрестәр биреү, такси эшмәкәрлеге кеүек хеҙмәттәр инә. Ҡағиҙә булараҡ, улар һалым түләмәй, бынан Пенсия фонды 1,5 триллион самаһы аҡсаны юғалта.
Шулай ҙа илдә граждандарҙы үҙаллы хеҙмәткә йәлеп итеү, уларҙы тәүҙә һалымдарҙан азат итеү йәһәтенән һөҙөмтәле эш алып барыла. Әлегә үҙенә эшләүселәрҙән һалым түләтеүҙе ике-өс йылға кисектереү хаҡында һүҙ ҡуҙғатыла, ә һуңынан уларға патент алырға кәңәш ителәсәк.
Әлбиттә, законһыҙ эшҡыуарлыҡты иҫбат итеүе ауыр, сөнки улар берәүҙе лә ялламай, ҡайһы ваҡыт етештереү саралары ла юҡ.
Ошоға хас күренеш бөтә донъяла күҙәтелә. Мәҫәлән, Германияла хеҙмәткәрҙәрҙең – алты, Грецияла һәм Италияла ҡырҡ проценты ҡәҙәре ошондай юл менән ғаиләһен аҫрай. Польшала иһә бындай граждандарҙы пенсиянан һәм түләүһеҙ медицина хеҙмәтенән мәхрүм итеү юлдары эҙләнә.