“Был аҙыҡ сифатлымы?”18.10.2016
“Был аҙыҡ сифатлымы?” Тиҙҙән магазиндарҙа сифат тамғаһы менән билдәләнгән тауарҙар пәйҙә буласаҡ. Әгәр элек теге йәки был аҙыҡ хаҡында бары сайттан, матбуғат сараларынан ғына белһәк, хәҙер уның этикеткаһындағы яҙыу аша шунда уҡ белешмә аласаҡбыҙ.


“Рәсәй сифат системаһы”на былтыр Хөкүмәт ҡарары менән кәштәләрҙәге ризыҡтарҙы тикшереү һәм иң яҡшыла­рына сифат тамғаһы биреү хаҡында бурыс йөкмә­телгәйне. Был эш башланды ла инде. Хәҙер “Роскачество” продукция төрҙәрен энә күҙәүенән үткәрә, етештереүселәргә бушлай сертификат биреү юлдары ҡарала.
Бер йыл эсендә ойошма аҙыҡ һәм еңел сәнәғәт тармағындағы меңдән ашыу тауарҙы тикшергән һәм уларҙың ни бары 45-е генә “Сифат тамғаһы” алған. Улар – он, макарон, кетчуп, майонез, көнбағыш майы, ыуылдырыҡ, маринадланған ҡыяр, майлы сельдь, газлы һыу, йомортҡа... Ҡаптарға был билдәне беркетеп, етештереүселәргә тауар сығарыуҙы яйға һалыу өсөн бер ни ҡәҙәр ваҡыт талап ителһә лә, хәҙер бөтәһе лә әҙер.
Тәүге билдә Белгородтың көнбағыш майында һәм майо­незда, шулай уҡ Мурманск өлкәһе етештереүселәренең ҡыҙыл ыуылдырығында пәйҙә буласаҡ.
Бөгөн халыҡтың майонез, кетчуп кеүек тәмләткестәрҙе йыш ҡулланыуы мәғлүм. Салат әҙерләгәндә, аш ашағанда ла бәғзе берәүҙәр ошо ризыҡһыҙ табынға ултырмай. “Сифат тамғаһы”н алған майонез тулыһынса тәбиғи аҙыҡтарҙан әҙерләнгән, дөйөм әселеге түбән, ҡуйы. Ҡабул ителгән стандарт яһалма ҡушылмалар өҫтәүҙе тыя.
Халыҡ араһында “бындай тамғаға лайыҡ булған продукция ҡыйбатыраҡ булырмы икән?” тигән шөбһә урынһыҙ. Белгестәр, аҙыҡтың хаҡы артырға тейеш түгел, ти, сөнки донъя тәжрибәһе сифатлы тауарҙы кешенең күпләп алыуын һәм шул арҡала етештереүсе ойошманың килем алыу форсаты ҙурыраҡ булыуын күрһәтә.
Октябрҙә “Сифат тамғаһы” ҡуйылған продукция эре сауҙа нөктәләрендә үҙ урынын аласаҡ. “Роскачество” артабан был йүнәлештә эшләү өсөн 15 миллион һумға ҡәҙәр аҡса тотонасағын күҙаллай. Проектты тормошҡа ашырыу сауҙа селтәрҙәренә үҙебеҙҙә етештерелгән сифатлы тауарҙарҙы һатыу күләмен арттырыу мөмкинлеген бирер, тип көтөлә.


Вернуться назад