Кишер сәсһәң, килешер18.10.2016
Кишер сәсһәң, килешер Гәзит битендә тыуған яғына ҡайтып үҙ эшен башлап ебәргән Көҙән ауылы фермеры Илнур Ғатауллин хаҡында мәҡәлә яҙ көнө донъя күргәйне инде.
Ул саҡта булдыҡлы егет икенсе йыл рәттән бәрәңге, кишер һәм иген культураларын сәсә ине. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, сәсеү – бер, ә бына ниндәй уңыш
йыйып алаһың бит әле... Ошо ҡыҙыҡһыныу
таныш баҫыуға алып китте.

– Кишер сәсһәң, килешер, – тип шаяртып ҡаршы алды Илнур ғаиләһе менән уңышын йыйып йөрөгән мәлдә. – Яҙҙан алып башҡарған хеҙмәт, Аллаға шөкөр, үҙ емешен бирә – алты тонна йәшелсә алырбыҙ тип торабыҙ, һатып алырға теләүселәр шылтырата башланы инде.
Кишер йыйып алыу өҫтөндә булһа, бәрәңге күптән баҙарға сығарылған икән. Магазин селтәрҙәренә һәм ашханаларға йәшелсәсе-эшҡыуар был культураның килограмын 10 һум менән тапшырған. Әйткәндәй, орлоғон фермер үҙе картуф алмаһынан үҫтереп алған.
Әлбиттә, бына-бына эш башлаған йүнселдең көндәлек мәшәҡәтенән тыш ошо өлкәгә ҡағылышлы ҙур проблемалары ла юҡ түгел. Тик уларҙан ҡурҡмай Илнур, үҫешергә тип етди маҡсат ҡуйған. Мәҫәлән, уңышты ҡайҙа һаҡлайым, тип аптырамаған, ҙур итеп баҙ ҡаҙҙырған. Шулай, теләк тыуһа, әмәле барыбер килеп сыға ул.





Вернуться назад