Алтынға байыныҡ18.10.2016
Рәсәй банкы – донъяла үҙенең “һандығында” алтынды даими ишәйтә барған әллә ни күп булмаған үҙәк банктарҙың береһе. Белгестәр быны үтә мөһим тип билдәләй.

Был хаҡта Рәсәй алтын сәнәғәтселәре союзы башлығы Сергей Кашуба: “Ысынлап та, хәҙер резервҡа алтын һатып алыу файҙалы, – ти. – Ул “һандыҡ”ты һайығыуҙан ҡотҡара, йәнә үҫешә барған һәм һалым түләгән үҙебеҙҙең тармаҡҡа һиҙелерлек ярҙам итә”.
Үҙәк банкта алтындың арта барыуына тағы иҡтисади ысынбарлыҡ та сәбәп булып тора. Халыҡта алтындан етештерелгән тауарҙарға ихтыяж аҙая. Валюта менән эш итеү хәүефе, таможня мәшәҡәте һәм транспорт сығымдары менән бәйле металды экспортҡа оҙатыу файҙалы түгел, һәм ул кәмей бара. 2014 йылда ситкә бөтәһе 56 тонна алтын оҙатылһа, былтыр был һан 34 тоннаға ҡалған.
Шул уҡ ваҡытта алтын сығарыу юғары күләмдә ҡала. Былтыр эксперттар аҙыраҡҡа өмөтләнһә лә, уңыш ике процентҡа артҡан. “Үҙәк банкка форсатты файҙаланып ҡалыу мөһим, алтын запасын арттырыуҙы дауам итергә кәрәк”, – ти Сергей Кашуба.


Вернуться назад