Һунарсы булған ырыуым, һунарсы – ата-бабам. “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт автономия учреждениеһы директоры урынбаҫары Илгиз Фәнир улы Ғәбиҙуллин менән аралашҡандан һуң, ирекһеҙҙән ошо әйтем иҫкә төштө. Юҡ, бында кейек аулауҙы күҙ уңында тотмайым. Нәҡ һунарсы олатаһы унда урманға ҡарата һөйөү, тирә-яҡҡа һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй. Ҡәҙерле кешеһенең “Тәбиғәтте ҡурсаларға кәрәк, улым” тигән һүҙҙәрен Илгиз бына инде 15 йыллыҡ хеҙмәт дәүерендә доғалай ҡабатлап йөрөй. Илназ улы менән “ағастар батшалығына” бергәләп сәйәхәт ҡылғанда, әлеге хәҡиҡәт йәнә яңғырай. Ошо урында халҡыбыҙҙың йәнә бер мәҡәле тел осонда тора: ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр...
2001 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлағас, Илгиз тыуған яғы Ишембай районына һөнәре буйынса эшкә ҡайта. Бер аҙ Маҡар урмансылығын ҡурсалағандан һуң, Стәрлетамаҡҡа күсә. Тиҫтә ярым йыл тәшкил иткән хеҙмәт юлын бер тында барлап сығырға була. Тик, миңә ҡалһа, был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Илгиз Фәнир улының мәңгелек байлығыбыҙҙы һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уның иңендә үҫенте ултыртыуҙан алып шул ағас урман булып шаулап үҫеп киткәнгә ҡәҙәр бурыс ята. Янғындан, ҡоротҡостарҙан һаҡлау, ағас материалдарына мохтаждарға диләнкә бүлеү – былар барыһы ла урмансы Ғәбиҙуллиндың көндәлек эше. Хәйер, бер шаҡтай ҙур һәм мәшәҡәтле бурысын атаманым: ҡағыҙ тултырыу. Килешеү һәм протоколдар төҙөүҙән азатмы һуң замана белгесе?!
Әлбиттә, урмансы ғүмере саҡрымдарға һуҙылған урман буйлап гиҙеүҙән генә тормай, шул донъяһында атлаған сағында уның уйлаған уйҙары ла бермә-бер ҡиммәт:
– Үкенескә ҡаршы, йәмғиәтебеҙҙең үҫешеүенә ҡарамаҫтан, беҙҙә урманға ҡараш тейешле кимәлдә түгел, – тип фекерен белдерә әңгәмәсем. – Урман ресурсыбыҙ шул тиклем бай, ә ағастар һаман ҡурсалауға мохтаж, сөнки урман хужалығын алып барыу буйынса ҡануниәт тә, ойоштороу эштәре лә аҡһай.
Шул уҡ ваҡытта урмандан файҙаланыусыларға ла әйтер һүҙе бар урмансының: “ҡарағай сире” (халыҡ һуңғы йылдарҙа төҙөлөштә әлеге ағастан ғына материалдарға ҡыҙыға), мәңгелек байлығыбыҙға ҡарата янғын һағы, йыйыштырыу буйынса яуапһыҙлыҡ йөрәген әрнетә.
– Уйлай китһәк, урман – киләсәккә беҙҙән ҡаласаҡ мираҫ, ә шул мираҫты тапшыра алабыҙмы – быныһы инде икенсе мәсьәлә. Һаҡһыҙ мөнәсәбәтебеҙ арҡаһында киләсәктең өлөшөнә үреләбеҙ һымаҡ. Беҙҙең һөнәр эйәләре генә түгел, бөтә йәмғиәт ошо хаҡта уйланырға тейеш, – ти Илгиз Ғәбиҙуллин.
Ағас яҙмышы тураһында урмансынан да аҡыллыраҡ итеп кем әйтер?!