Тәүәккәлдәр таш яра14.10.2016
Тәүәккәлдәр таш яра Үткән быуаттың 90-сы йылдары һәр йәһәттән дә үҙен әленән-әле хәтерләтеп торор әле, бигерәк тә ауыл хужалығы тармағындағы ҡайһы бер киҫкен үҙгәрештәрҙе ауыл уңғандары һис тә онотасаҡ түгел. Ысынында ул саҡтан алып әҙәм балаһын туйындырған да, кейендергән дә ер яҙмыш ҡосағына тапшырылды. Миҫал эҙләп йыраҡ йөрөйһө түгел, күпме баҫыулыҡты ҡый үләне баҫты, сәсеүлек әйләнеше боҙолдо, хәйер, һанай китһәң, күп инде. Үҫемлекселек йүнәлешендә ниндәй яңылыҡтар бар, фән күҙлегенән сығып ҡарағанда алға китеш күҙәтеләме, киләсәктә ер эшкәртеүҙә алдынғы технологиялар ҡулланылырмы, ғөмүмән, уға бөгөн ҡараш ниндәй? Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Фән буйынса совет ултырышында агросәнәғәт комплексында фәнде үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да ҡатнашыуы мәсьәләнең көнүҙәклегенә ишара ине.

Әйткәндәй, Фән буйынса совет ултырышы республикабыҙҙа икен­се тапҡыр үткәрелде. Быйыл июлдә Рәсәй Президенты иһә Ауыл хужалығын үҫтереү маҡ­сатында дәүләт ғилми-техник сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уның нигеҙендә 2025 йылға тиклем тармаҡты үҫтереү буйынса федераль ғилми-техник программа эшләнәсәк. Һәм, әлбиттә, һәр төбәк шуға оҡшашыраҡ программа ҡабул итергә тейеш.
– Һүҙ ҙә юҡ, бындай документ беҙгә, дөйөм стратегияның бер өлөшө булараҡ, агросәнәғәт комп­лексын камиллаштырыу өсөн ныҡ кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Төп бурыс барыбыҙға ла билдәле – Рәсәйҙә алдынғы тәүге биш аграр төбәккә инергә тейешбеҙ. Әле ауыл хужалығында әйҙәүсе тармаҡ – ул ашлыҡ үҫтереү. Ситтәр Башҡортостанды һәр саҡ игенде күп етештереүсе республика булараҡ таный.
Айырыуса хәҙер ер ресурстарын файҙаланыу стратегияһы тупраҡтың уңдырышлылығын кәметеүгә юл ҡуймау буйынса сараларҙы әүҙемләштереүҙе талап итә. Баҫыуҙы тәрән итеп һөрөү, йәнә республикабыҙҙың ҡатмарлы рельефы тупраҡтың ярлыланыуына килтерҙе. Эрозия тәьҫир итмәгән осраҡта ла, гумус бөтөүгә табан бара. Бөгөн уңдырышлылыҡты һаҡлау – тәүмаҡсаттарҙың береһе.
Республика Башлығы бил­дәлә­үенсә, ауыл хужалығына көйһөҙ һауа торошоноң тәьҫире әүҙемләшә. Гел шулай булған, әммә һуңғы йылдарҙа ул айырыуса көслө йоғонто яһай. Беренсе сиратта ҡоролоҡ мул уңыш алыуға кәртә ҡуя, дымдың юҡҡа сығыуына ҙур ишара был. Ундай “ғәрәсәтле” йылдарҙа әллә күпме тонна ашлыҡты алып еткер­мәйбеҙ. Үҙ сиратында һауа торошо ниндәй булыуға ҡарамаҫ­тан, иген һәм техник культура­ларҙан тотороҡло уңыш алыу өсөн донъя тәжрибәһенә таяныр­ға, заманса эш алымдарын өйрәнергә кәрәк. Һүҙ no-till технологияһы тураһында.
Алдынғы эш ысулы тигәндән, ул нимәнән ғибәрәт тиһегеҙме? Канада, Австралия, АҠШ, Бразилия, Ҡытай, Аргентина кеүек иҡтисады ныҡ алға киткән илдәр, хатта Ҡаҙағстан, Украина күптән инде no-tillды киң ҡуллана. Рәсәй күҙ күреме етмәҫлек ҙур биләмәһе менән шапырыныуын дауам итә, йәнәһе, Калининградтан Владивостокка хәтлем йәйелеп ятҡан ер байлығына эйәбеҙ. Ә һеҙ ни бары 140 миллион гектар ерҙең генә яңыса эшкәртелеүен күҙ алдына баҫтыраһығыҙмы?
Ауылда бигерәк тә яҙ трактор аҡтарып һөрөп киткән картуфлыҡ баҡсаһын күреп өйрәнгән күптәр. Тупраҡ өҫтөнә һары балсыҡ сығып ятҡанына ла шаһитбыҙ. Шунда ҡыуанып йөрөп картуф сәсеп маташабыҙ. Баҡтиһәң, төрәнде төпкә ныҡ батырмайынса, йәғни ерҙе мөмкин тиклем өҫтән эшкәртеп тә ярайһы уңыш алырға мөмкин. Гумус тигән төшөнсәне ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә, бәлки, әммә ерҙең иң өҫкө, тимәк, уңдырышлы ҡатламына ғына ниҙер сәсеү – мул уңыштың нигеҙе. No-till юҡҡа ғына тупраҡты һабанһыҙ сыймаҡ­лау тигәнде аңлатмайҙыр. Атайым картуфлыҡты йылына ике тапҡыр һөрөү яҡлы ине. Ә яңыса ул яҙғыһын да, көҙгөһөн дә һөрөлмәй, тырматыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ғалимдар билдәләүенсә, көҙлө-яҙлы ерҙе ҡуҙғатып борсомау уның төҙөлөшөн боҙмауға килтерә. “Тупраҡты әйләндереп һалыу менән шунда уҡ унда кибеү осоро башлана, үҙ сиратында булған ғына дым тулыһынса тиерлек юҡҡа сыға, бына ошоға юл ҡуймаҫҡа кәрәк”, – тип һөйләй агроном Арсен Байымов.
Файҙаһы улай иҫ киткес ҙур икән, ни өсөн яңылыҡты һаман да эштә ҡулланмайҙар? Ауыл тормошо менән яныусыларҙа, ер ҡәҙерен белеүселәрҙә ошо һорау тыуыуы ихтимал, ул дөрөҫ тә. Уға яуап бирер алдынан Башҡортостан киңлектәрен гиҙеп сығайыҡ.
Рәсми сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, бөгөнгә республика­быҙҙың Ер фонды 14,3 миллион гектар тәшкил итә, шуның яртыһы тиерлек ауыл хужалығы ҡарама­ғында. Бынан тыш, 3,7 миллион гектарҙы баҫыулыҡтар алып тора, сабынлыҡ – 1,3 миллион гектар һәм көтөүлектәр 2,3 миллион гектар майҙанды биләй. Башҡорт­остандар ҙа ер майҙаны тәңгә­лендә рәсәйҙәрҙән ҡалыш­май ҙабаһа! Ә ауыҙ һыуын ҡоротоп маҡтаған no-till техноло­гияһын республикабыҙҙа кемдәр ҡулла­ныуын беләһегеҙме? Ышанаһы­ғыҙмы-юҡмы, һанай башлаһаҡ, бер ҡул бармаҡ­тары етер.
Тәүәккәлдәр таш яра, тибеҙ. Әбйәлил районының “Красная Башкирия” ауыл хужалығы етеш­тереү кооперативы һәм ошо өлгөрҙәрҙең өлгөһөнә эйәргән Мәләүез районының “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы етештереү кооперативы – шуға асыҡ миҫал. Һәм бөттө. Игене менән дан тотҡан, хатта маҡтанған Баймаҡ, Стәр­летамаҡ, Илеш, Мәләүез райондары ниңә “йоҡлай”? Уятҡы килә лә бит...
Башҡортостанда тупраҡты һаҡлау һәм ер ресурстарын дөрөҫ файҙаланыу буйынса төрлө саралар күрелә. “Башҡортостанда ауыл хужалығы тәғәйенләне­шен­дәге ерҙәрҙең уңдырышлылығын тәьмин итеү” тигән Закон ҡабул ителгән, “2015 – 2017 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостанда биологик ер эшкәртеү нигеҙендә үҫемлекселектә тауар етеште­реүҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу” исемле маҡсатлы программа эшләй.
Ирекһеҙҙән, бәләкәй саҡтағы мутлыҡҡа тартым бер мәрәкә ваҡиға иҫкә төштө. Ер етемһерәп ятмаһын тигән уйҙан сығыптыр инде, трактор һабаны теймәгән баҡса мөйөшөнә әсәйем кишер сәсергә ҡушты. Көрәктең утъяҡ­ҡыс мөйөшөнә һөйәлгәнен беләм, орлоҡтоң кәштә башында ятыуын да күрҙем – ал да эшкә тотон, ләкин түтәл ҡаҙыуҙың нимә икәнлеген белгәнгә күрә, улай итмәнем. Яратҡан эш ҡоралы – матиктың осо менән билдәләнгән урынды йырғысланым да орлоҡто шунда һиптем. Аҙаҡтан бураҙ­наны тигеҙләп тә ҡуйғас, ул ҡаҙылған йәки яһалған бүтән түтәлдәрҙән бер нимәһе менән дә айырылманы тиерлек.
Йәй буйы баҡсала мәж килдек – йәшелсәгә, еләк-емешкә һыу һиптек, утаныҡ, һирәкләттек, төбөн йомшарттыҡ. Көҙ шуға шатландыҡ: ҡаҙып сәселгән кишергә ҡарағанда быныһы уңышты икеләтә күп биргәнде күреп, туғандарымдың күҙҙәре шарҙай булды. “Улымдың ҡул арты еңел шул”, – тип әсәйемдең маҡтағаны хәтерҙән юйылмай. Уның ҡарауы, мыжғып үҫкән ҡый үләнен ҡат-ҡат йолҡоп ыҙаландыҡ һәм утағанда ерҙең ҡатылығы йонсотто...
Минеңсә, бөтәһе лә яңы эш төрөнә ҡапылдан ғына тотонмаҫ кеүек, тәжрибәле аграрийҙар уның файҙаһын белгән хәлдә лә. Ә өҫтөнлөктәре бихисап, тиҙәр. Техниканы баҫыуға йыш сыға­рырға кәрәкмәү, яғыулыҡ-майлау материалдарының аҙ сарыф ителеүе, эшсе көстәрҙе эҙләп ыҙа сикмәү һәм башҡа кәрәкһеҙ сығымдар түкмәү – шуға дәлил. Ғәмәлдә иһә ул һис кенә лә беҙ уйлағанса түгел икән, баҡтиһәң. Аяғында ныҡлы баҫып торған бер фермерҙың һауа торошо уңай килеп торған йылда ла уңышһыҙ тороп ҡалыуын кемдәр онотто. Күршеһе көлөп әйтмеш­ләй, был хәстрүш бер миллион һумлыҡ орлоғон тереләй һәм белә-күрә ерләгән. Үҙ сиратында ул быға ҡул һелтәп, ҡалыплашҡан эш ысулына кире ҡайтҡан. “Яңылыҡҡа күсеү һинән тәүәккәл­лек талап итә һәм бер аҙ ауырлыҡтарҙы үҙ елкәңдә кисерә­сәкһең. Әгәр ҙә мәгәр бөтәһен дә дөрөҫ үтәһәң, ҡаршылыҡтарҙы еңел еңеп сығасаҡһың”, – тип танауҙы төшөрмәҫкә кәңәш бирә белгестәр.
Ҡара уй менән шуны аңлайым, ерҙе бөтөнләй һөрмәү no-till-ға күсеүҙе аңлатмай әле. Әгәр ҙә ниндәй ҙә хужалыҡ традицион алымдан кинәт кенә баш тартып, яңылыҡты үҙ итһә, баҫыуҙы өҫтәмә туҡландырыуға бөтөнләй башҡаса ҡарау зарур, улай ғына ла түгел, бая кишер сәсеү менән булған хәлде – түтәлде ҡый үләне баҫыуын тиккә генә телгә алманым, баҫыуҙы тиҙ арала утау кәрәк буласаҡ. Паразит бөжәк­тәргә ҡаршы тора алаһығыҙмы? Тупраҡты еңелсә эшкәртеү нимә бирә? Һүҙ ҙә юҡ, һәр йәһәттән дә сығымдар күп китмәй. Халыҡса әйткәндә, “нуль” технологияһын ни өсөндөр әҙселек ҡуллана – был диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә, сөнки психологик барьерҙы күптәр үтә алмай. Иң беренсе, моғайын да, менталитетты үҙгәртергә кәрәктер, артабан техниканы, шунан агрохимияға түгелгән сығымды. Техника тигәндән, беҙ күреп өйрәнгән трактор менән генә баҫыуҙа әллә ни эш ҡыйратып булмай, замансаһы талап ителә.
Һәйбәт уңыш алыу, мөмкин тиклем әҙ аҡса түгеп, ерҙең уңдырышлылығын яҡшыртыу, сәсеү әйләнешен көйләү, ҡыҫҡа­һы, хужалыҡтың иҡтисади хәлен яҡшыртыу – һәр фермерҙың маҡсаты. Әгәр иген сәскәндә агрономдың ниндәйҙер хатаһын йәки ашығыуын традицион алым ғәфү итһә, был осраҡта улай түгел, тиҙәр. Яңыса эш ысулына күсер алдынан уға фәнни яҡтан ҡарарға ҡуша ғалим-агрономдар.
Яңылыҡҡа ынтылыусылар күп булғанда, ниңә дәүләтебеҙгә уларға ярҙам ҡулы һуҙмаҫҡа? Минеңсә, no-till технологияһына күсергә теләгән фермер Хөкүмәттең ярҙамына ышанған осраҡта ғына уға ныҡлап тотонасаҡ.

.



Вернуться назад