Башҡортостанда Ҡытайҙың Аньхой провинцияһынан ике делегация эш сәфәре менән булды.
– Ҡытай менән Рәсәй араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше 100 миллиард долларҙан ашыу булһа, шуның 600 миллионы Башҡортостан өлөшөнә тура килә. Әлбиттә, беҙ әлегә барлыҡ мөмкинлекте лә файҙаланмайбыҙ. Шуға киләсәктә күрһәткестәрҙең тағы юғарыраҡ булыуын теләйбеҙ, – тине Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Альберт Шәйнуров пленар ултырышта.
Әйткәндәй, Аньхой – ауыл хужалығы сәнәғәте үҫешкән провинция. Иген культуралары, мамыҡ һәм май етештереү буйынса алдынғы урынды биләй. Шулай уҡ бында экологик йәһәттән таҙа, тәбиғи аҙыҡтарға өҫтөнлөк бирелә. Төбәк йәнә үҙенең күп төрлө шифалы сәйҙәре менән дан тота.
Файҙалы ҡаҙылмалар төрлөлөгө – Аньхойҙың төп ғорурлығы. Бында улар барлығы 159-ҙан ашыу. Шуға ла провинция Ҡытайҙың төп энергетика, сеймал һәм эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булараҡ билдәле.
Ултырышта ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау, социаль мәсьәләләр буйынса фәһемле һәм эшлекле һөйләшеүҙәр булды. Һуңынан “Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Ҡытай менән Рәсәйҙең хеҙмәттәшлегенә ярҙам итеү буйынса Аньхой үҙәгенең үҙ-ара бәйләнеше тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ артабан төбәктәр, уларҙағы ойошмалар араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыуға, үҙ-ара һөҙөмтәле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.