Тимер бөгә тимерҙәй егеттәр11.10.2016
“Механизмдарҙы ремонтлау заводы”нда тау сәнәғәтенең ҡеүәтле техникаһына запас частар етештерелә, сафтан сыҡҡандары ремонтлана. Бында шулай уҡ машина эшләүҙең төп технологик процестарын ҡулланып, металл әйберҙәр етештерәләр.

Бынан тыш, металл, суйын, ҡорос иретеп ҡойоу, резина әйберҙәр эшләү, электр двига­телдәрен, генераторҙарҙы һәм трансформа­торҙарҙы монтажлау, ремонтлау, техник хеҙмәтләндереү, электр сигнализацияһын көйләү кеүек байтаҡ хеҙмәт төрө күрһәтәләр.
Ремонт-механика участкаһының тимерселек һәм иретеп йәбештереү эштәре бүлегенең төп тәғәйенләнеше – сафтан сыҡҡан тау сәнәғәте техникаһын һәм ҡорамалдарын ремонтлау. Беҙ барғанда заводта эш ҡайнай ине: бер ерҙә экскаватор сүмесен иретеп йәбештерәләр, икенсе урында тәгәрмәс рәтләйҙәр, “БелАЗ” машина­һы­ның кузовын йүнәтәләр. Мастер Вәли Хужәхмәтов әйтеүенсә, бында үҙ эштәренә мөкиббән оҫталар йыйылған. Хәмит Үтәев өс тиҫтә йылға яҡын тимерсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡһа ла, һаман да слесарь булып тир түгеүен дауам итә. Слесарь Ринат Ишпахтин да тотош ғүме­рен заводҡа бағышлаған. Иретеп йәбеште­реүсе Ринат Нарынбаев, тимерсе Рәсүл Айытбаев, слесарь Fәлим Кәримовтар ҙа йәштәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Әйткәндәй, Вәли Сабир улының бындағы хеҙмәт стажы ла аҙ түгел. 1986 йылда ябай тимерсе булып эш башлаһа, бер нисә йыл инде – термист. 1994 йылдан участка мастеры итеп тәғәйенләнгән. Мастер айырыуса иретеп йәбештереүселәр Әлхәм Мөбәрәковтың һәм Вәли Ишемғоловтың хеҙмәтенән ҡәнәғәт.
– Һәүетемсә хеҙмәт итәбеҙ. Мөмкинлек булғанда, эш ҡорамалдарын яңыртырға ты­рышабыҙ. Эргә-тирәләге тау сәнәғәте предприятиелары тотороҡло эшләһә, беҙгә заказдар күп буласаҡ. Шуға күрә һәммәбеҙгә лә иҡтисади именлек, коллективҡа татыулыҡ, ғаиләлә­ребеҙгә ҡот һәм бәрәкәт теләйем, – ти Вәли Сабир улы.






Вернуться назад