Ҡомъяҙы ауылында йәшәгән Зинфира Нурисламова былтыр, республика программаһына ярашлы субсидия алып, эш башлағайны. Унан һуң йылға яҡын ваҡыт үтте.Ошо арала йылытылған ҡош-ҡорт аҙбары төҙөнөләр. Май, июнь айҙарында себештәр ҙә сыҡты. Йәнә Стәрлетамаҡ ҡошсолоҡ фабрикаһынан тоҡомло 300 баш күркә себеше алып ҡайттылар. Бынан тыш, Нурисламовтар хужалығында голошейка тоҡомло тауыҡтар ҙа үрсетелә. Шулай уҡ 100 баш бройлер тауыҡтары ла бар.
– Күркәне үҫтереү бик тә мәшәҡәтле. Инкубаторҙан яңы сыҡҡан себештәр алып ҡайтҡайныҡ. Башта уларҙы ғаиләбеҙ менән тәүлек әйләнәһенә яндарынан китмәй тәрбиәләнек. Мәгәр һөҙөмтәһе табышлы булыр тип уйлайым, – ти Зинфира Нурисламова, эше барышындағы беренсе уңыштары менән уртаҡлашып.
Сауҙа нөктәләрендә бөгөн күркә итенең килограмы 350 һум тора. Ә ата күркәнең тереләй ауырлығы 30 килограмға тиклем етергә мөмкин. Голошейка тоҡомло тауыҡтар ҙа 6,5 килограмм самаһы тарта.
– Уларҙы тәжрибә сифатында үҫтереп ҡарау өсөн бер нисә баш һатып алғайныҡ. Отошло булһа, хужалығыбыҙҙа һанын арттырырға иҫәп тотабыҙ. Ә күркәләрҙе 500 башҡа еткереү ниәте менән эшләйбеҙ, — ти Зинфира ханым, алдағы пландары менән таныштырып.
Ноябрҙә ҡоштарҙы һата башларға, бөтәһе 800 мең һум самаһы табыш алырға ниәтләй уңғандар.