Эшһөйәрҙәр биҙәй төбәкте11.10.2016
Эшһөйәрҙәр биҙәй төбәкте Бөгөн Рәсәй үҙенсәлекле шарттарҙа йәшәй. Ситтән импорт тауарҙарға сик ҡуйылып, ниһайәт, үҙебеҙҙең етештереүселәргә юл асылды. Ошо үҙгәрештәр мәлендә республикабыҙ төп байрамын ниндәй уңыштар менән ҡаршылай?


Төбәгебеҙҙең иң ҙур байлығы – уның эшсән халҡы. Ҡалаларыбыҙҙың төҙөклө­гө, ауылдарҙа күркәм, ҙур йорттар һалы­ныуы халыҡтың уңғанлығы, киләсәккә өмөт менән ҡарауы хаҡында һөйләй.
Донъя тәжрибәһе күрһәтеүенсә, хатта иҡтисади йәһәттән үҫешкән илдәрҙә лә бәләкәй эшҡыуарлыҡ хужалыҡты үҫте­реүгә, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, халыҡты эшле итеүгә һиҙелерлек өлөш индерә. Ҡайһы бер дәүләттәрҙә эшселәр һаны, етештерелгән һәм һатылған тауар, күрһәтелгән хеҙмәт күләме буйынса ул алдынғы урынды биләй. Бәләкәй эшҡы­уарлыҡтың тиҙ яраҡлашырға һәләтле булыуы һәм етештереүҙең, эске баҙарҙың бөтә өлкәһен тиерлек солғап алыуы иҡтисадтың тотороҡло үҫешенә, социаль һәм сәйәси мөхиттең тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә булыша.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ. Улар йәшелсә үҫтерә, мал-тыуар үрсетеп һата, кәсепселек менән шөғөлләнә. Республикала ошо өлкәлә 400 меңдән ашыу кеше мәшғүл. Был – эшкә һәләтле халыҡтың 21,5 проценты. Башлыса сауҙа, хеҙмәт күрһәтеү, төҙөлөш, күсемһеҙ милек баҙа­рында тир түгәләр, республикала етеш­терелгән дөйөм тауар һәм хеҙмәт күлә­менең биш проценты самаһы улар өлөшөнә тап килә.
“Бөгөнгө иҡтисади көрсөк мәлендә бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеш өсөн төп таяныс булып тора. Шуға ла был юҫыҡта хәлде үҙгәртеү өсөн етди ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк. Эшҡыуарлыҡҡа тотонғандар тәүәккәл, ойоштороу һәләтенә эйә булыу­ҙары менән үҙенсәлекле. Улар – йәм­ғиәттең иң әүҙем өлөшө”, – тигәйне бер сығышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов.
Был йәһәттән республикала маҡсатлы программалар эшләй. Бөгөн юғары квалификациялы хеҙмәткәрҙәр менән бер­лектә студенттар, пенсионерҙар һәм ха­лыҡ­тың аҙ килемле өлөшө ошо тармаҡта үҙенә шөғөл табып, матди хәлен яҡшырта. Бәғзеләре тәжрибә туплап, артабан үҙаллы эш алып барырҙай булып үҫешә.
Машиналар төҙөлөшө тармағында республика илдә лайыҡлы урын биләй. Беҙҙә етештерелгән двигателдәрҙе, вертолет­тарҙы, авиация техникаһы өсөн эшләнгән ҡатмарлы электрон тауарҙарҙы сит илдәр ҙур теләк менән һатып ала. Мәҫәлән, һуң­ғы өс йылда Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эш күләмен 3,5 тап­ҡырға арттырҙы. “Гидравлика”, Өфө агрегат берекмәһендә лә күрһәткестәрҙең үҫә барыуы ҡыуандыра. Күптән түгел Благовещен ҡалаһында йылына 42 миллион себеш сығарған заман­са инкубатор­ҙың асылыуы ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Был осорҙа үҙебеҙҙең сифатлы тауар, йыһаз етештерә алырҙай төбәк булыуы­быҙға, үҙ мөмкинлегебеҙгә инандыҡ, кәм­селектәребеҙҙе билдәләп, унан сығыу юлдарын асыҡлайбыҙ. Ә беҙҙә өлгөлө предприятиелар аҙ түгел. Мәҫәлән, Ишембай катализатор заводындағы хәлдәр шул хаҡта һөйләй. Ике йыл элек бында етештерелгән продукцияны башлыса АҠШ-тан алһаҡ, хәҙер үҙебеҙ сығарабыҙ. Әүәл завод көскә эшләһә, бөгөн бында йәнлелек хөкөм һөрә, буш торған ҡорамал юҡ. Бынан оҙатылған катализаторҙарҙы илдең барлыҡ төбәгендә тиерлек ҡулла­налар.
Заманалар үҙгәреп, элек гөрләп торған ҡалаларҙағы тормош тоноҡланып ҡал­ғандай булды. Төбәктең йөҙөн билдәләгән предприятиелар ябылғас, эшһеҙлек артты, йәштәр икенсе тарафтарға юлланды. Әммә бығаса уларҙың мөшкөл хәле күҙгә салынманы тиерлек. Башҡортостанға “Моноҡалалар үҫеше фонды”ның генераль директоры Илья Кривоговтың килеүе, уның республика етәксеһе менән осрашып һөйлә­шеүе ошо маҡсаттан ине. Әйткәндәй, бығаса Күмертау ҡала хакимиәте етәк­селеге Мәскәүгә барып ҡайтҡайны, ни генә тимә, финанс ярҙамы тик иң әүҙем һәм инициативалыларға ғына биреләсәк. Бөгөн ошо эшмәкәр­лек­тең тәүге емеш­тәрен татыйбыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертауға эш сәфәре барышында Маячный ауылында тәүле­генә 1 200 тонна көнбағыш орлоғо эшкәр­теү ҡеүәтенә эйә булған май һығыу заводын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.
Төҙөлөштөң инициаторы – “Сигма” холдинг компанияһына ингән “Элеватор” асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Предприятие һалымға ташлама рәүешендәге дәүләт ярҙамы алыуға дәғүә итә. Проект буйынса май һығыу заводы биналары, экстракциялау һәм рафинациялау цехы, транспорт-логистика компанияһы төҙөү һәм элеваторҙы тергеҙеү күҙаллана.
Тәүге ике этапта яҡынса 3,7 миллиард һум аҡса тотонола. Инвестицияның дөйөм күләме алты миллиард һум тирәһе тәшкил итә. Барлыҡ уй-ниәттәр тормошҡа ашһа, төбәктә 600 эш урыны булды­рыласаҡ.
– Етди һәм ентекле эш көтә беҙҙе. Иң мөһиме – темпты кәметмәҫкә, ә үҫтерергә. Алға табан барырға, үҫешергә. Күмертау ҡалаһының потенциалы яҡшы. Шулай ҙа эшҡыуарҙарҙың һәм пред­приятиеларҙың инициативаһы булмаһа, ҡала хакимиә­тенә ауырға тура киләсәк. Беҙ дәүләт фонды ярҙамынан файҙала­нып ҡалырға тейешбеҙ. Шуныһы ҡыуа­ныслы: респуб­ли­каға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Артабан да ҡалабыҙға инвестициялар йәлеп итеү эшен дауам итәсәкбеҙ, өр-яңы үҫеш юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, – тип белдерә ҡала хакимиәте етәксеһе Борис Беляев.
2014 йылдан инвестициялар күләме өс миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Әлеге ваҡытта тәүлегенә 350 тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған май һығыу цехын төҙөү проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланған. Икенсе этапта экстракция цехы файҙала­ныуға тапшырыла, был предприятиеға проект ҡеүәтенә сығырға мөмкинлек бирә. Төҙөлөш эштәрен 2017 йылда тамамлау күҙаллана.
Етештереү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн транспорт-логистика компанияһын булдырыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, 65 мең тонна көнбағыш һыйҙырыш­лы яңы элеватор төҙөлә. Ул ике ашлыҡ киптереү комплексын һәм башҡа ҡорол­ма­ларҙы үҙ эсенә аласаҡ. Хәҙер Бәләбәй, Учалы, Белорет ҡалаларында ла ошо йүнәлештә эш башланды.
Йәнә 2015 йылда Өфөлә үткән ШОС һәм БРИКС саммиттарының әһәмиәтен телгә алмау мөмкин түгел. Был сараға әҙерләнгәндә ҡалабыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрһә, Башҡортостан донъяға үҙен танытты. Хәҙер беҙҙә бихисап форумдар, конференциялар, осрашыуҙар уҙыуы, рес­публиканың эшлекле даирәләр май­ҙан­сығына әйләнеүе ошо мәртәбәле сара менән бәйле. Был йәһәттән Рөстәм Хәми­тов: “Инвесторҙар шөҡәтһеҙ, табыш бир­мәҫтәй төбәктәргә йөрөмәй. Шуға ла беҙ форумдарҙы, конгрестарҙы уларҙы төбәк­кә йәлеп итеүҙең бер алымы тип ҡабул итәбеҙ. Бының өсөн тейешле шарттар булыуы ла мөһим. Улар беҙҙе үҙҙәренең партнеры итеп күрһен өсөн кадрҙар булыуы кәрәк. Тап шуға ла бурысыбыҙ – иҡтисадты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу”, – ти.
Әлбиттә, бөтәһе лә шып-шыма бара тип әйтеп булмай. Быларҙы республи­кабыҙ Башлығы ла йәшермәй. Мәҫәлән, үткән ҡыш юлдарыбыҙҙың торошона үҙебеҙ шаһит булдыҡ. Быға ҡарата Рөс­тәм Зәки улы: “Юл төҙөлөшөндә беҙҙең хәл шәптән түгел. Яңы технологияларҙы ҡулланмайбыҙ, асфальт түшәүҙең сифатына тейешле иғтибар етешмәй”, – тине.
Был юҫыҡта ла эш башланды, юлға һалынасаҡ япманың сифатын тикшереү йәһәтенән төҙөлгән лаборатория, йәнә башҡа саралар киләсәктә эшселәргә үҙ шөғөлөнә талапсан ҡарарға мәжбүр итәсәк. Тағы Белорет, Баймаҡ, Бөрө, Нефтекама ҡалаларына илткән юлдар алдағы ике-өс йылда тулыһынса тәртипкә килтереләсәк.



Вернуться назад