22–23 мартта Рәсәй банкының Башҡортостан Милли банкында “Банктар. Процестар. Стандарттар. Сифат” тигән VIII фәнни-ғәмәли конференция үткәреләсәк. Уны Рәсәй банктары ассоциацияһы һәм Башҡортостандың Кредит ойошмалары ассоциацияһы уҙғара.
Конференция банк эшмәкәрлеге сифатын яҡшыртыу мәсьәләләрен тикшереү буйынса төп майҙансыҡ булып тора. Әүәлге конференцияларҙың йомғаҡтары буйынса банк берләшмәһе стандарттар булдырыуға концептуаль методологик ҡараштарҙы, стандартлаштырыуҙың маҡсаттарын һәм бурыстарын билдәләгән төп документтарҙы хупланы һәм төп банк процестары буйынса 14 стандартты раҫланы.
Конференцияла пленар ултырыш үткәреләсәк, өс секцияның эше ойоштороласаҡ. Тәүгеһе банк эшмәкәрлеге сифатының стандарттарын эшләү һәм ҡулланыуҙы системалаштырыу мәсьәләләренә, раҫланған стандарттарҙы ҡулланыу һәм камиллаштырыу тәжрибәһенә, стандарттарҙы, иң яҡшы банк практикаһын тикшереүгә арналасаҡ. Икенсе секция бәләкәй һәм урта бизнесты кредитлау өлкәһендәге көнүҙәк проблемаларҙы һәм бурыстарҙы күтәрәсәк, кредитлау стандарттары проекттары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына банк кредиттарын секьюритизациялау һәм рефинанслау йүнәлештәрен ҡараясаҡ. Шулай уҡ ҡулланыусыларҙы кредитлау, клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең алдынғы стандарттарын ғәмәлгә индереү мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреләсәк. Өсөнсө секцияла торлаҡ баҙарын финанслау алымдары, ипотека кредитлауын үҫтереү, торлаҡҡа ҡағылышлы депозит-кредит продукттарының стандарттары хаҡында һүҙ барасаҡ.
Конференция материалдары www.akorb.ru сайтында урынлаштырылған.
Башҡортостан Милли банкының матбуғат хеҙмәте.