Уянығыҙ, ашығығыҙ, эшкә!04.10.2016
СССР-ҙы күпме генә һүкмәһендәр, барыбер ҙә ҡайһы бер эш алымдары һаман да өлгө һанала, уны ҡуланыу дауам итә.


Яңыраҡ Өфө моторҙар берекмә­һендә, әллә күпме ваҡыт тынып тор­ған­дан һуң, эш сменаһы башланыуҙы белдереп, йәнә завод гудогы яңғыраны. Хәҙер был үҙенсәлекле тауыш предприятие хеҙмәткәрҙәрен эшкә дәртләндереп, көн дә Инорс биҫтәһендәге беренсе етештереү майҙансығынан ишетелә.
Өфө моторҙар берекмәһенең идарасы директоры Евгений Семивеличенко һөйләүенсә, уға завод гудогын тергеҙеүҙе һорап хеҙмәт ветерандары күп тапҡыр хат яҙған, үҙ сиратында етәксе мөрәжәғәт итеүселәрҙең теләген елгә осормаған. Йоланы ҡайтанан тергеҙеү коллективты тағы ла берҙәм итәсәк, эшселәрҙең иңенә ҡанат ҡуясаҡ һәм, әлбиттә, хеҙмәт тәртибен нығытасаҡ.
Ошо турала хәбәрҙар булғас, шунда уҡ, көслө ауаз завод тирәләй урынлашҡан йорттарҙа йәшәүсе­ләрҙең тыныслығын боҙмаҫмы, тигән һорау тыуа. Аңлатыуҙарынса, бел­гестәр тауыш кимәлен һәм ишетелеү радиусын бер нисә ҡат үлсәгән, әммә бер ниндәй ҙә етешһеҙлек тапмаған.
Тиҙҙән заводтың Трамвай урамын­дағы майҙансығына ла “тауыш төймәһе”н ҡуясаҡтар.
Шул да мәғлүм: беренсе завод гудоктары XIX быуатта барлыҡҡа килгән һәм улар сәнәғәт революцияһы бил­дәһе һаналған, ә Советтар Союзында ул фиҙакәр хеҙмәт күрһәтеүҙе аңлатҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уҙған быуаттың 60 – 70-се йылдарында күп заводтар, шул иҫәптән УМПО ла ниңәлер “серле” тауыштан баш тартҡан.


Вернуться назад