Санкцияның файҙаһы бармы?04.10.2016
Евросоюздың Рәсәйгә ҡарата санкцияһы – илебеҙ, шул уҡ ваҡытта айырым алғанда Башҡортостан өсөн дә айырыуса файҙалы булды. Бынан бер нисә йыл элек төҙөлгән “Русское зерно – Уфа” холдингының уңышлы эшләй башлауы шуға асыҡ миҫал.

Ҡасандыр тымыҡ көндә лә ел уйнап торған яланда тиҙ арала ҡеүәтле инкубатор заводы төҙөлөрөнә ышанырлыҡ та түгел. Хәҙер иһә Благовещен ҡалаһынан йыраҡ булмаған урын ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә.
Йәмғиәт еткәселегенең һүҙҙәренә ҡарағанда, йомортҡа “Башкирская” ҡошсолоҡ фабрика­һы­нан килтерелә. Бында өс көн ҡанат нығытҡандан һуң себештәрҙе үҫтереү һәм һимертеү өсөн “Ашҡаҙар”, “Туймазы” ҡошсолоҡ фабрикаларына оҙаталар. “Турбаҫлы бройлерҙары” ит етештереү заводы тулыһынса заманса эш алымына күскән. Бында бөтә продукция ҡаптарға тултырылып, һатыуға сығарыла.
“Русское зерно – Уфа” холдингының генераль директоры Станислав Насимов билдәләүенсә, ит етештереүҙә алдынғылыҡты бирмәү, конкуренцияға ҡаршы тора белеү – йәмғиәттең мөҡәддәс бурысы.
Холдинг баҙарҙа тауыҡ итенә булған ихтыяжды яҡынса 50 процент ҡапларға ярҙам итәсәк. Киләсәктә улар колбаса етештереү буйынса сит төбәктәргә лә сығырға уйлай. Бында 2 мең тирәһе хеҙмәткәр иҫәпләнә, тағы ла 400 кешегә өр-яңы эш урыны булдырылған.



Вернуться назад