Ҡулайлаштырыу кеүек әсе ел ҡаҡмаған-һуҡмаған төбәк кенә түгел, ә берәй ауыл ҡалдымы икән хәҙер? Әйтеүе бик тә ауыр. Кем әйтмешләй, таяҡ ике осло, барыһы ла ябыуға ғына ҡайтып ҡалмай икән. Баҡтиһәң, берләштереүҙән бигерәк яңыһын асыу ҡайһы бер район етәкселегенең мөҡәддәс бурысы һанала. Йәһәтерәк миҫал килтер, тиһегеҙме? Рәхим итегеҙ – алыҫтан уҡ үҙенә саҡырып торған Ҡәҙер ауылында ошо көндәрҙә бынамын тигән фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы булды.Ҡәҙер – райондағы иң ҙур ауылдар исемлегендә. 650-гә яҡын кешене һыйындырған ул, йәштәр бер-береһен уҙҙырып нигеҙ ҡора һәм өй туйлай, үҙ сиратында тыуым күрһәткесе юғары. Күптәр ФАП-тың эшләй башлауына һаман да ышанып етмәй. Ни өсөн тигәндә, халыҡ ошо көнгә хәтлем уңайлыҡтары сикләнгән һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына йөрөп ыҙа сикте. Бина ни бары ике генә ай эсендә ҡалҡып сыҡты! Әйткәндәй, был социаль объект “2014–2017 йылдарҙа ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль программаһы нигеҙендә сафҡа индерелгән.
Район хакимиәте башлығы, иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Мостафин белдереүенсә, улар халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп, төрлө ниәт-хыялдарҙы тормошҡа ашыра. Һуңғы йылдарҙа ғына барлығы алты фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән, киләсәктә тағы икәүгә тотонасаҡтар.
Ысынлап та, ҡәҙерҙәрҙең шатлығы сикһеҙ. Шулай булмай ни! Ҡайҙа-ҡайҙа, ҡалала уға тиңләшерлек бындай объект күп түгелдер.