“Балыбыҙ донъяны яуланы”04.10.2016
“Балыбыҙ донъяны яуланы” Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, нимә сыймаҡлаһаң, шул яҙыла, тиҙәр. Уның дөрөҫлөгөн йылдар үткән һайын тәрәнерәк аңлай башлайһың. Ысынлап та, ғаилә тәрбиәһенең был тормошта мөһим урын алып тороуын берәү ҙә инҡар итә алмай. Шулай булмаһа, моғайын да, 14 йәшлек Сыңғыҙ әленән-әле төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуламаған булыр ине.


– Башҡорттоң бал ҡортон кем белмәй, ғорурланып әйтәм – балыбыҙ донъяны яуланы, хатта йыһанға ла “осто”, – тип башланы һүҙен Түбәнге Ләмәҙ урта мәктәбе уҡыусыһы Сыңғыҙ Ишембаев. – Умарта, инә ҡорт, кәрәҙ кеүек һүҙҙәр менән үҙемде белә-белгәндән танышмын. Атайымдың тәүге тапҡыр умарталыҡҡа етәкләп алып ингәнен оноторлоҡ түгел, ғәзиз кешемә рәхмәтем сикһеҙ. Ундағы йәнле лә, йәмле лә йәшәйеште бер нәмә менән дә сағыштырырлыҡ түгел.
Умартасы булыуы етмәгән, үҫмер уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, мәктәп тормошон­дағы төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Өҫтәүенә лидерлыҡ һәләтенә эйә, өр-яңы идеялар менән янып йәшәй. Мөғәллимдәр иһә тырыш уҡыусылары булған төркөмдә үҙҙәрен тыныс тотоуы тураһында ла аңғарттылар.
Сыңғыҙ менән умартасыларҙың республика конкурсында таныштыҡ. Береһенән-береһе үткер ҙә, сәмсел дә егет һәм ҡыҙҙар Башҡорт дәүләт аграр университетының майҙансығында жюри алдында етди һынау тотто: башта тәжрибәле педагогтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, аҙаҡтан умарта менән оҫта эш итеүҙәрен күрһәтте.
Әйткәндәй, сара сиктәрендә үткәрелгән “Йәш умартасы” бәйгеһендә Сыңғыҙ 3-сө урынды яуланы. Улай ғына ла түгел, Ишембаевтар ғаиләһе (конкурста малайҙың атаһы Әрхәт Ишембаев та ҡатнашты) умартасылар династияһы бәйгеһендә алдынғылыҡты бирмәне.
Егет баш ҡалала “Апимондия” халыҡ-ара умартасылар федерацияһы ассоциацияһы президенты Филипп МакКейбты күреүенә сикһеҙ шат, ҡунаҡ менән үҙе араһындағы оҡшашлыҡты табыуын да еткерҙе.
– Баҡтиһәң, Филипп МакКейб та минең шикелле умарталыҡта үҫкән, – ти әңгәмәсем. – Бәләкәй саҡтан уҡ эшләп үҫкәндәргә хөрмәтем ҙур, уларҙан өлгө алырға кәрәклеген дә беләм, ундайҙар тормошта үҙенә юлды еңел яра. Компьютер йәки кәрәҙле телефон менән дуҫлыҡ кәрәкмәй тимәйем, әммә сама тигән төшөнсәне лә оноторға ярамай. Киләсәккә төрлө маҡсаттар ҡорғанмын. Минеңсә, бигерәк тә әле төплө белемгә эйә булыу – тәү ниәттәремдең береһе.



Вернуться назад