Һин дә мулла, мин дә мулла, Һыйырға бесәнде робот һала...04.10.2016
Һин дә мулла, мин дә мулла, Һыйырға бесәнде робот һала... Ленин исемендәге хужалыҡ райондың агросәнәғәт комплексы тормошонда лайыҡлы рәүештә лидер һанала. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Сәлимовтың оҫта ойоштороуы һөҙөмтәһендә кооператив заман ҡуйған һынауҙарҙы уңышлы үтә, малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлештәрендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә, өр-яңы проекттарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашыра, башҡа хужалыҡтарға ла өлгө булып тора.

Шуныһы ҡыуаныслы: кооператив, Урал аръяғы төбәгендә иң беренселәрҙән булып “500 ферма” республика програм­маһында ҡатнашып, тиҙ арала малсылыҡ комплексын файҙаланыуға тапшырҙы. Төҙөлөшкә республика һәм кооператив ҡаҙнаһынан 24 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Элекке мал аҙбарҙа­рынан дүрт стена ғына тороп ҡалған, биналар заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған. Бөгөн бында эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған: “Авангард” маркалы һөт үткәргес ҡуйылған, аҙбарҙар йылы һәм яҡты, елләтеү камералары эшләй, һыу үткәргес ҡоролмалары, тиҙәк сығарыу транспортерҙары урынлаш­тырылған.
Хужалыҡтың баш зоотехнигы Ҡәйүм Ураҙбаев әйтеүенсә, “500 ферма” республика программаһына ярашлы, ферманы үҙгәртеү – хужалыҡ ҡына түгел, ә тотош район өсөн дә ҙур ҡаҙаныш. Киләсәктә был объекттың тотош төбәк өсөн тәжрибә үҙәгенә әүерелеүе ихтимал.
– Иң мөһиме – эшселәр өсөн уңайлы шарттар булдырылды, – ти Ҡәйүм Ринат улы. – Һауынсылар элекке кеүек ауыр биҙрәләр менән һөт ташымай, улар махсус һөтүткәргестәр аша кәрәкле урынға “елдерә”. Шулай уҡ малсыларҙың эше лә күпкә еңеләйҙе. Һәр мал эргәһенә махсус урын булдырылған, был осраҡта заманса аҙыҡ таратыу техникаһы ярҙамға килә. Хәҙер беҙҙең коллектив бөтә уңайлыҡтары булған малсылыҡ комплексында эшләй.
Ферма мөдире Йәмил Үҙәнбаев белде­реүенсә, әле һәүкәштәр йәйләүҙән ҡайтмаған, һуңғы көндәрҙә яуған ямғыр үләнде йомшартҡас, көндәлек һауым кәмемәгән.
Бөгөн кооперативта бөтәһе 1 мең 270 баш мал иҫәпләнә, шуның 500-ҙән ашыуы – һауын һыйыры. Быйыл 8 айҙа 19 626 центнер һөт һауылған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 4 772 центнерға күберәк. Әйткәндәй, кооператив республикала һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Бында үҙ эшенең ысын оҫталары эшләй: Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Фәнүзә Баййегетова 100 тоннанан ашыу һөт һауыуға ирешкән, Рәйсә Сәғәҙәтова, Хәлиҙә Моталлаповалар ҙа ҡалышмай. Быйыл республика һауынсылар конкурсында етмештән ашыу һауынсы ҡатнашып, 9-сы урынды яулаған Тәслимә Ғәлина ла ошонда эшләй.
Хужалыҡ етәкселеге тарафынан һауын­сыларҙы дәртләндереү буйынса төрлө саралар ҡаралған. Иң күп һөт һауыусыға айлыҡ, йыллыҡ аҡсалата премиялар бирелә, эш хаҡы ла юғары.
Ҡасандыр тиҫтәләрсә һыйырҙы ҡул менән һауған һауынсылар быуыны тарихта ҡала барһа ла, ауыл ерендә бөгөн дә был хеҙмәтте үҙ итеүселәрҙе табыуы еңелдән түгел. Йәштәр, бар эш аппарат менән башҡарылыуға ҡарамаҫтан, фермаға килергә ашҡынып бармай.
– Һәр ваҡыттағыса, малсылыҡ тармағы ҡышҡа яҡшы әҙерләнде, 16 793 центнер бесән, 42 729 центнер сенаж һәм 18 809 центнер силос, 7 000 центнер һалам туп­ланды, һәр шартлы баш малға 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнде. Ҡыш һөттө кәметеүгә юл ҡуйылмаясаҡ, – ти Ҡәйүм Ринат улы.
Малсыларҙан Ғәфүр Абдуллин, Рәйес Ишкилдин, Тимерйән Атанғолов үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
Билдәле булыуынса, бынан бер нисә йыл элек Күлтабан ауылында заман талаптарына яуап бирерлек ҡеүәтле производство – 1 280 баш малға иҫәпләнгән мегаферма төҙөлөшө башланғайны. Бөгөн уның беренсе һәм икенсе сиратын төҙөү эштәре тамамланған. Күлтабан ауылын­дағы һөт етештереү комплексында әле 900 баштан ашыу ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала һәм ул райондың һөтсөлөк тармағында ҙур роль уйнай. Малдар Саҡмағош һәм Дүртөйлө райондарынан килтерелгән, төҙөлөштөң өсөнсө сираты сафҡа ингәс, мал һаны тағы арттырыласаҡ. Төҙөлөшкә республика ҡаҙнаһынан 523 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Хәҙер дүртенсе базаны сафҡа индереү маҡсатында инвесторҙар талап ителә.
Күлтабан һөт етештереү комплексы директоры Илдус Һабанбаев әйтеүенсә, предприятиела 51 кешегә эш урыны булдырылған. Мал базаһы заман талаптарына яуап бирерлек йыһазландырылған, көнөнә 2 тоннанан ашыу һөт һауыла, бөтәһе дүрт һауынсы иҫәпләнә. “Һауын цехының тулыһынса инженер селтәрҙәре һәм заман технологиялары менән тәьмин ителеүе – һауынсыларҙың эшен күпкә еңеләйтә”, – ти Илдус Басир улы.
Төбәктә тәүгеләрҙән булған мал аҙығын өйөүсе махсус ҡоролма – робот сит илдән ҡайтарылған. Уның ярҙамында малдарҙың алдынан аҙыҡ тәүлек әйләнәһенә өҙөлмәй. Был робот малдарҙы туҡтауһыҙ аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн тәғәйен­ләнгән. Тәүлегенә ул ферманы 32 тапҡыр урап сыға. Һөҙөмтәлә малдар сифатлы туҡлана һәм һөттө күберәк бирә.
Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Баймаҡ районына эш сәфәрендә комплекс менән яҡындан танышты һәм киләсәктә предприятиеға малды маҡсатлы үрсетеү, һөт етештереүҙе артабан да юғары кимәлдә алып барыу өсөн мегаферманың дүртенсе сиратын тамамлау бурысын ҡуйҙы.
Баймаҡ районы республикала һөт етештереү буйынса алдынғылар рәтендә бара икән, бында, һис шикһеҙ, үрҙә телгә алынған һөтсөлөк фермаларының роле баһалап бөткөһөҙ. Әйткәндәй, уларҙың икеһе лә көньяҡ-көнбайыш райондарын иҡтисади йәһәттән ҡыҫҡа арауыҡта үҫтереү программаһына ярашлы тормошҡа ашырылған.






Вернуться назад