Эшләһәң дә түлә, эшләмәһәң дә...04.10.2016
Иҡтисади көрсөк тигәндәре ниндәй генә һаҡсыллыҡ саралары ҡулланырға мәжбүр итмәй. Яңыраҡ Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы эшләмәгән кешеләрҙән поликлиника һәм дауахана хеҙмәттәренән файҙаланған өсөн түләтеү тураһындағы закон проекты әҙерләй башланы.

– Ҡануниәт һәр кемдең эшләү йәки эшләмәүен ирекле тип иғлан итә, әммә эшләмәгән граждандар страховкалау иғәнәһен түләмәй, шул иҫәптән – мотлаҡ медицина страховкалауы системаһына ла, – тип аңлатма бирҙе Хөкүмәт вице-премьеры Ольга Голодец. – Ә бит улар социаль инфраструктуранан файҙаланған өсөн түләргә тейеш.
Бер ҡараһаң, ғәҙел дә кеүек: дауалау, белем биреү һәм башҡа дәүләт учреждениелары беҙ түләгән һалым һәм иғәнәләр иҫәбенә йәшәй. Кемдәрҙер бер тин дә күсермәй, ә бушлай файҙалана... Һүҙ, әлбиттә, өйҙә ултырғандар тураһында ғына түгел, ә рәсми теркәлмәй (тимәк, бер ҡайҙа ла һалым түләмәй) генә хеҙмәт итеүселәр тураһында ла бара. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдә 15 миллион кеше эш хаҡын “конвертта” ғына ала. Былтыр Рәсәйҙең Пенсия фонды, мәҫәлән, 62 миллион кешенән генә иғәнә алыуға өлгәшкән, ә хеҙмәткә яраҡлылар – 75 миллиондан ашыу.
Ләкин шуныһы бар: медицина полисы алыуҙан мәхрүм итеү Рәсәй Конституцияһына ҡаршы килә! Төп Закондың 41-се статьяһында Рәсәйҙең һәр гражданының дәүләттән бушлай медицина ярҙамы алырға хоҡуҡлы булыуы тураһында яҙылған... Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының был башланғысына ҡарата Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ризаһыҙлығын белдерҙе лә инде. Уйлап ҡараһаң, эшләмәгән кешенең дә сәбәптәре төрлө. Шундай фекерҙәр ҙә бар: “Мин үҙемде үҙем аҫрайым – малым да байтаҡ, баҡсам да ҙур, уңышты баҙарға шәхси транспортым менән алып барам... Тимәк, мин бер ҡайҙа ла эшләмәгән булып сығам һәм бөтә урында ла түләргә тейешменме?! Ә һис кем белмәгән конторала ҡағыҙ ҡыштырҙатып ултырыусыларҙан халыҡҡа ни файҙа?” – ти бер ир уртаһы.
Бер ай самаһы элек илдең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудов хеҙмәт йәшендә булып та эшләмәгән (рәсми рәүештә, әлбиттә) кешеләрҙән “әрәмтамаҡлыҡ” өсөн һалым түләтергә тәҡдим иткәйне. Шулай итеп, ҡаҙна аҡсаһын һаҡсыл тотоноу сараларын эҙләү дауам итә...





Вернуться назад