Теләгән йүнен тапҡан30.09.2016
Теләгән йүнен тапҡан Иҡтисади көрсөк күптәрҙең кеҫәһенә “һуҡты”. Өҫтәмә килем тураһында кем генә уйланмай икән. Эш тәҡдим иткән сайттарҙың береһе тулы булмаған хеҙмәт көнө менән бер аҙ матди хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге биргән вакансияларҙың исемлеген иғлан итте.

Беренсе урында – водитель. Хатта көнө буйы эшләмәй, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеп кенә лә айына 30 – 50 мең һум аҡса эшләп була икән. Унан телефон аша һатыу итеүселәр килә. Көнөнә дүрт-биш сәғәтлек мәш­ғүллек өсөн 20 мең һум түләйҙәр. Был ысул менән йыш ҡына студенттар матди хәлен яҡшырта икән. Өсөнсө урында – йөк та­шыусылар. Тауар бушатып, айына 18 мең һумдан 25 меңгәсә аҡса эшләргә була.
Йога буйынса инструктор, адми­нистраторҙар, төп эшенән тыш, ҡайҙа­лыр эшләп, 15 мең һумдан да кәм алмаясаҡ. Видеоблогер һәм аниматор­ҙар 10 мең һум самаһы аҡса эшләй.
Был һандар ысынбарлыҡҡа тап киләме? Гәзит уҡыусыларҙан һорайыҡ.
Илнур:
– Тап килә. Төп эшемдән тыш, төндә­рен такси хеҙмәтендә эшләйем. Артыҡ көс төшөрмәй генә инде. Ун кешене урын-еренә алып барһам, миңә етә. Ял көндә­рен­дә оҙағыраҡ йөрөргә тырышам. Айына 15 мең һумлыҡ ипотека кредитын ҡапларға ошо аҡса тотонола.
Резида:
– Колледжда III курста уҡыйым. Студент кешегә аҡса бер ваҡытта ла етмәй ул. Былтыр белдереүҙәр таратыусы булып матди хәлемде яҡшырта инем. Быйыл телефон аша аҡса эшләү юлын таптым. Заказдар ҡабул итәм. Әйтелгән ваҡытҡа киләһең дә ҡушылғанды атҡараһың. Офис йылы, тышта тороу түгел инде. Айына биш мең һум эшлә­һәм дә күңелем була. Атай-әсәйҙән аҡса һорамаҫҡа тырышам.
Алһыу:
– БДПУ-ла IV курста уҡыйым. Әхирәт­тәрем менән балалар байрамдары үткә­рәбеҙ. Йәнһүрәт геройҙары костюмдарын тектек. Бер байрам өсөн 10 мең һум аҡса һорайбыҙ. Был аҡсаға бәлә­кәс­тәр өсөн шарҙар, бүләктәр алына әле. Өсөбөҙгә өсөшәр мең эшләйбеҙ бер бай­рамдан. Айына дүрт-биш сара тура килә.
Римма:
– Декрет ялында ултырам. Аҡса етең­керәмәй. Ҡасандыр бейеү менән ныҡ­лап шөғөлләнә инем. Был һөнәр ярап ҡалды. Эргәләге мәҙәниәт йорто менән һөйләшеп, бәләкәстәр өсөн бейеү түңә­рә­ге астым. Таныштарым һорауы бу­йын­са аэробикаға тотондом. Бәләкәс­тәр бер дәрес өсөн 100 һум түләй, өлкәндәрҙән 150 һум алам.
Альберт:
– Хаҡлы ялға сыҡтым. Өйҙә ултырғы килмәй. Эргәләге магазинға йөк ташыу­сы булып урынлаштым. Кискеһен ике-өс сәғәткә барып ҡайтам. Әбей ҡәнәғәт, сөнки эш хаҡы коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә ярап ҡала.



Вернуться назад