Һум күрһәтәсәк әле!28.09.2016
Һум күрһәтәсәк әле! Һум... Рәсәй халҡының көнитмешен билдәләгән был һүҙ һуңғы йылдарҙа әллә ни ҡыуандырманы. Әммә аҙна башында һумдың долларға ҡарата артыуы күптәрҙә киләсәккә өмөт сатҡыһы уятты.
Был көндәрҙә Алжирҙа нефть сығарған ОПЕК илдәре ағзаларының саммиты үтә. Эксперттар быны донъя валютаһына һәм нефть хаҡына һиҙелерлек тәьҫир итерҙәй ваҡиға булыр тип билдәләй. Етмәһә нефть сығарыуҙы бер аҙ ҡыҫҡартыу хаҡында килешеүҙәр ҙә кәрәк. Хәйер, Сәғүд Ғәрәбстаны, әгәр Иран үҙенең күрһәткесен әлеге урында ҡалдырһа, нефть һәм газ сығарыу күләмен аҙайтыуға әҙер булыуын белдергәй­не инде. Ул сағында Вrent 53 – 55 долларға етеп, һумдың нығыныуына булышлыҡ итәсәк. Һуңғы тапҡыр доллар 2015 йылдың 27 октябрендә ошондай уҡ кимәлгә арзанайып, 62,5 һумға тиклем төшкәйне.
Бынан тыш, ошо көндәрҙә һалым түләүҙең һуңғы көндәре яҡынлашы­уы ла һумға ихтыяжды арттырасаҡ.
Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Халыҡ хужалығы академияһы доценты Василий Якимкин да был ҡараш менән килешә. Ул Үҙәк банк һумдың нығыныуына булышлыҡ итәсәк тип белдерә. Күҙәтеүсе йәнә: “Америка макрорегуляторының АҠШ федрезервы – федераль фондтарға ҡарата процент ставкаһын күтәреүе ихтимал. Бының һумға тәьҫир итеүе мөмкин. Әммә барыбер доллар йыл аҙағынаса 68 һумдан артмаҫ. Ә бына евро менән хәл башҡасараҡ. Әгәр, федрезерв ставканы күтәрмәһә, ул 73 – 75 һум урталығында бәүеләсәк. Күтәрелһә иһә, әлеге 71,85 һум кимәлендә ҡаласаҡ”, – ти.




Вернуться назад