Ҡытайҙы уҙып китербеҙ27.09.2016
2016 йыл Рәсәй өсөн алтын йылы булыр, моғайын. Үҙәк банк әүәлгесә алтында ҡойона. Бер йыл эсендә ул үҙендә һаҡлаған ҡиммәтле металл күләмен 207 тоннаға еткерҙе. Һөҙөмтәлә илдең алтын резервы 13 процентҡа артып, саф ауырлығы 1,414 мең тонна тәшкил итте.
Былтыр 20 йыллыҡ рекордты ҡуйып, 1207 тоннаға еткәйне. Башҡа илдәр менән сағыштырғанда, Рәсәй донъяла дүртенсе урынды биләй. Алда бары АҠШ – 8,13 мең тонна. Евросоюз – 7,9 мең, Ҡытай 1,76 мең тонна туплаған. Тимәк, беҙ тиҙҙән Ҡытай менән ярыша башлаясаҡбыҙ. Әйткәндәй, был күрһәткес буйынса ил Швейцарияны – 1,5, Японияны – икеләтә, ә Һиндостан менән Төркиәне өс тапҡырға уҙып китте.