Кәйеф күтәрелә, тормош йәнләнә27.09.2016
Кәйеф күтәрелә, тормош йәнләнә Иҡтисади көрсөк күптәр өсөн сыҙамлыҡҡа һынау булды: кемдер өсөн яңы юлдар асылды, икенселәр хеҙмәт баҙарында юғалып ҡалды. Эшҡыуарлыҡтың төрлө өлкәһендә үҙ эшен башлаусылар етерлек, ә бына еңел сәнәғәт тармағына килеүселәрҙе бармаҡ менән генә һанарлыҡ.


Был турала республика Башлығы күптән түгел Сибай ҡалаһында эш сәфәрендә белдергәйне. Йылдар үтеү менән ҡасандыр гөрләп эшләгән тегеү фабрикаларының юҡҡа сығыуы бөгөн үҙен ныҡлап һиҙҙермәй ҡалмай. Бигерәк тә махсус кейемдең бер урында тегелмәүе байтаҡ сығым түктерә. Ҡайҙалыр барып, эҙләп һатып алыу ҙа еңел түгел.
Шуныһы ҡыуаныслы: заман һулышын тойоп, халыҡҡа яңы эш урындары булдырған йүнселдәр арабыҙҙа бар. Шундайҙарҙың береһе – “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Линара Заһитова. Уның хәҙер Әбйәлил, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарында тегеү цехтары бар.
Беҙ барғанда Йылайыр ауылы цехында оҫталар махсус эш кейемдәре тегә ине. Эш көнө – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем. Тегенселәр әҙер өлгөләр буйынса эшләй, көн аҙағында продукцияны мастерға тапшыралар. Тәүҙә буласаҡ белгестәрҙе ике айлыҡ курста өйрәтеп алғандар, уҡыған осор өсөн стипендия түләнгән. Артабан эш хаҡы хеҙмәткәрҙәрҙең уңғанлығына һәм тилберлегенә бәйле.
Һәр кемгә сменала етештергән тауары өсөн түләү ҡаралған. Эшләргә теләк белдергәндәр араһында ҡасандыр тегенсе булған ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, яңы шөғөлгә тәүгә тотонғандар ҙа бар. Хатта ир-егеттәр осраны, шулай уҡ күрше Байғужа, Йомағужа, Ҡашҡар, Һабыр ауылдарынан йөрөп эшләгәндәр ҙә етерлек. Улар әлегә үҙҙәре ҡуртымға фатир алып, шунда йәшәй. Бәлки, киләсәктә тегенселәр өсөн айырым йәшәү урыны булдырыу мөмкинлеге лә тыуыр тип өмөтләнәләр. Мәҫәлән, Айгөл Ғайсина Йомағужа ауылынан, ай һайын өс мең һумды фатир өсөн түләргә тура килә. “Һөнәрем оҡшай, уңайлы шарттар булдырылған, юл йөрөү генә мәшәҡәтле”, – ти ул.
Уның янында яңы эш башлаған йәш ҡыҙ Гөллирә Йоманиязова Юлдыбай һөнәрселек училищеһын тамамлап килгән. Йылайырҙан Миләүшә Бохароваға бер көйгә генә йырлаған сит ил теген машинаһы артында ултырыу бигерәк тә оҡшай: “Ауылда ошо цехтың асылыуы отошло. Эшле булдым”, – тип йылмая ул.
Ауыл ерендә бындай предприятиелар булдырыу, һис шикһеҙ, маҡтауға лайыҡ. Линара Заһитова белдереүенсә, Әбйәлилдең Дәүләт, Баймаҡ районының Ҡолсора, Йомаш һәм 1-се Этҡол ауылдарындағы теген цехтары тулы ҡеүәтенә эшләй. Йылайырҙа ла был йәһәттән проблемалар булмаҫ, эш бер аҙ яйға һалынһа, артабан Яманһаҙ ауылында ла цех асыу планлаштырыла. Әле ошо хаҡта район хакимиәте етәкселеге менән һөйләшеү алып барыла.
Әйткәндәй, был эштәрҙең барыһы ла Башҡортостан Хөкүмәтенең көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы башҡарыла. Ауыл халҡына эш урындары булдырған “Колибри” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлегенең төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә һәм мәшғүллек проблемаһын хәл итеүҙә әһәмиәте ғәйәт ҙур. Иң мөһиме – эш булғас, кешенең кәйефе күтәрелә, тормошо йәнләнә.






Вернуться назад