Еңел сәнәғәттең һәлмәк аҙымдары27.09.2016
Еңел сәнәғәттең һәлмәк аҙымдары Еңел сәнәғәт... Был тармаҡта тауар етештереүҙең барыбыҙ өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә булыуы бәхәсһеҙ. Аяҡ, өҫ кейемдәре, хужалыҡ өсөн башҡа кәрәк-яраҡ көндәлек тормошта халыҡҡа һәр ваҡыт мөһим. Йәнә ошо тармаҡтың бихисап тауарҙары иҡтисадтың башҡа өлкәләрендә киң ҡулланыла.


Белгестәр раҫлауынса, еңел сәнәғәт тауарҙары илдең иҡтисади үҫешенә ҙур йоғонто яһауы һәм тап уларҙың тиҙ арала әйләнешкә инеп, үҙ һөҙөмтәһен күрһәтә алыуы менән отошло. Уны үҫтереүҙә башҡа тармаҡтарҙың, мәҫәлән, ауыл хужалығының, химия сәнәғәтенең дә ҡатнашыуы бәхәсһеҙ. Йәнә был өлкәнең үҙенә эшселәрҙе күпләп йәлеп итеүе, унда башлыса ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүл булыуы билдәле.
Бөгөн илдең еңел сәнәғәте ни хәлдә һуң? Бәғзе берәүҙәрҙең “Беҙҙе кейендерергә әлдә Ҡытай бар әле, Рәсәйҙең еңел сәнәғәте юҡҡа сыҡты” тигән хәбәрен үтә шаштырып ебәреү, был күрәләтә үҙебеҙҙе хурлау, тип билдәләй белгестәр. Нимә генә тимәйек, еңел сәнәғәт үҫешә, үҙенең уңыштары менән ҡыуандыра, илдең бөтә төбәгендә лә етештереү ҡеүәте арта. Дөрөҫ, Рәсәйҙә эслек сифатында ҡулланылыусы күн, фурнитура, елем етештерелмәй тиерлек. Энә менән еп әлегә ҡәҙәр ситтән килтерелде, әммә килеп тыуған сикләүҙәр үҙебеҙҙә сығанаҡтар эҙләргә мәжбүр итә.
Ауыр шарттарҙа ла бирешмәгән, киреһенсә, киҫкен хәлдән сығыу юлдарын эҙләгән етештереүселәр, күләмде йылдан-йыл арттырып, баҙарҙа үҙҙәренең барлығын һиҙҙертә килде. Йәшерен-батырын түгел: бығаса федераль көс хеҙмәткәрҙәре, табиптар өсөн махсус кейемдәрҙе ситтән һатып алдыҡ. Бүтән илдәрҙән аҙыҡ-түлек ташыуҙы сикләү санкциялары ҡабул иткәндә, был өлкә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә үҙебеҙҙең етештереүселәр өсөн “йәшел юл” асылды, йылына 15 – 18 миллиард һумлыҡ тауар эшләп сығарыла башланы.
Билдәле, заводтар дәүләт заказын үтеүгә ныҡлап тотондо. Хәҙер федераль көстәргә генә түгел, төбәктәргә лә үҙебеҙҙә тегелгән кейемде алыу мотлаҡ һанала. Белгестәр раҫлауынса, был эске баҙарҙа йәнә 20 – 25 миллиард һум аҡса эшләргә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә еңел сәнәғәттә яңынан үҫеш юлдары асыҡ билдәләнде.
Мәҫәлән, аяҡ кейемдәре тегеү йәһә­тенән Совет осоронан бирле бындай күтә­релеш булғаны юҡ ине. Хәҙер сауҙа нөктәләрендә һатыусыларҙан “Рәсәйҙә тегелгән” тигән һүҙ йышыраҡ ишетелә. Һуңғы йылдарҙа бер нисә тапҡыр кейеп сисеүгә үк бүҫелеп сыҡҡан Ҡытай кейем­дәре урынына кешеләрҙең Силәбеләге “Юничел” фирмаһының тауарҙарына өҫтөнлөк биреүе күҙәтелә. 70 көнлөк гарантия менән һатылған туфли, ботинка, итектәр ныҡлы, сифатлы булыуы менән халыҡты йәлеп итә. Компанияның Силәбе, Ырымбур, Златоуст ҡалаларындағы фабрикалары ла уңышлы эшләй.
Сер түгел: оҙаҡ йылдар иғтибар етешмәгән тармаҡта бөтәһе лә ал да гөл түгел. Ҡупшы, матур, конкурентлыҡҡа һәләтле кейемдәр етештереү өсөн ҡорамалдарҙың заманса булыуы ла мотлаҡ. Шуға ла уларҙы яңыртыу – көнүҙәк мәсьәлә. Беренсенән, станоктарҙың 40 проценты самаһы иҫкергән, икенсенән, уларҙың 90 проценты сит илдеке. Шуға ла бөгөнгө шарттарҙа, аҡсаның үҙҡиммәте төшкәндә, уларҙы һатып алыу бигүк еңел түгел. Шулай ҙа был өлкәлә бер урында тапанып торабыҙ, тип әйтеп булмай. Инвесторҙарҙың эшмәкәрлеген әүҙемләш­тереү өсөн улар сит ил ҡорамалдарына өлөшләтә дәүләт пошлинаһынан һәм өҫтәмә һалымдан азат ителгән, йәнә кредит буйынса ташламалар ҡаралған. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, быйыл Иваново өлкәһенең Кинешма фабрикаһында йөн иләү ҡоролмалары тулыһынса яңыртылды. Унда элеккеләренән 50 процентҡа ҡеүәтлерәк етештереү һәләтенә эйә булған 72 яңы станок һатып алынды. Йәнә Новосибирскиҙа кроссовка, медицина кейемдәре, Силәбелә йылына 100 мең пар аяҡ кейеме теккән яңы ҡорамал файҙаланыуға тапшырылды. Уның табаны ғәҙәти полиуретандан күпкә ышаныслыраҡ һәм сифатлы заманса материалдан эшләнгән. Үҙенең аяҡ кейеме етештереү сәнәғәте ныҡлы үҫешмәгән Ҡаҙағстанда ла Рәсәйҙең сауҙа нөктәләре күбәйә.
Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Евгений Евтухов билдә­ләүенсә, илебеҙҙә бик сифатлы балалар аяҡ кейеме етештерелә. Мәҫәлән, “Егорьевскоеобувь” (“Котофей” маркаһы), “Лель” һәм башҡа компаниялар тәҡдим иткән тауарҙар иң яҡшы һаналған сит ил предприятиеларыныҡынан һис ҡайтыш түгел. Улар балаһының сәләмәтлегенә яуаплы ҡараған атай-әсәйҙәрҙең талаптарына тулыһынса яуап бирә. Был аяҡ кейемдәре тәбиғи материалдан тегелгән. Үксәләренең, ҡалыбының дөрөҫ, ҡаптыр­маларының уңайлы булыуы, тайып бармауы менән дә отошло. Уларҙы Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Балтик буйы илдә­рендә, Вьетнамда, Көньяҡ Кореяла, Бөйөк Британияла, Германияла ҙур теләк менән һатып алалар. Йәнә Рәсәйҙә хәүефле спорт төрҙәре өсөн аяҡ кейемдәре етештереү йәһәтенән дә уңыштар бар.
Чечен Республикаһындағы билдәле Шатой ауылында өр-яңы трикотаж-тегеү фабрикаһы асылыу ҙа – оло ваҡиға. Унда кофта, махсус кейем тегәсәктәр.
Бындай үҫештең тағы бер сәбәбе бар: бығаса Рәсәйҙә тегелгән аяҡ кейеменең дүрттән өс өлөшө йәшерен етештерелде. Уларҙы башлыса бәләкәйерәк предприятиелар тегеп, власть әһелдәренә үҙҙәренең уңышын күрһәтергә атлығып торманы. “Әгәр беҙ һалымды тулыһынса түләй башлаһаҡ, әйберҙәргә лә хаҡты бер нисә тапҡырға арттырырға кәрәк булыр ине. Был осраҡта беҙ Ҡытай кейемдәренән отоласаҡбыҙ һәм фабрика ишеген бикләүҙән башҡа сара ҡалмай”, – тип аңлата Мәскәү өлкәһендәге ҙур булмаған предприятие етәкселеге.
Хәҙер Ҡытай менән конкурентлыҡ темаһы көнүҙәк түгел. Әлбиттә, фабри­каларҙағы эш хаҡы үтә ҡыуандырмаһа ла, хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Ил буйынса күптән инде уңышлы эшләгән меңләгән йәшерен предприятие үҙҙәренең барлығын даими һиҙҙертә.
Әлбиттә, уларҙың эшмәкәрлеге белгес­тәр өсөн күптән сер түгел. Мәҫәлән, Ростов өлкәһендә ун йылдан ашыу тиҫтәләгән аяҡ кейеме предприятиелары берләшмәһе эшләп килә. Улар әллә ни ҡыйбат булмаған кейем тегеүгә махсуслашҡан. Хаҡы буйынса ла, сифаты йәһәтенән дә Ҡытай дуҫтарыбыҙҙыҡынан күпкә уңайлы тауарҙарҙы халыҡ теләп ала һәм зарланмай. Ростов конвейерҙарынан йыл һайын 10 миллион пар аяҡ кейеме сауҙа нөктәләренә тарала, әммә рәсми статистика уларҙы әллә ни иғтибарға алмай.
– Ысынлап та, еңел сәнәғәт, аяҡ кейем­дәре тармағын да индереп, торғонлоҡтан алыҫ тора. Беҙҙең өлкә 2011 йылдан бирле өҙлөкһөҙ үҫешә, – ти Рәсәй тире эшкәртеү һәм аяҡ кейеме тегеү берләш­мәһенең генераль директоры Александра Андрунакиевич.
Һуңғы йылдарҙа ботинка, туфли һәм башҡа шундайыраҡ тауарҙар етештереү 10 – 12 процентҡа артҡан. Эксперттар, төшһә лә кирза итек тегеү күләме генә төштө, тип шаярта, сөнки хәҙер армия был төр аяҡ кейеменән баш тартты.
Аяҡ кейеме, олтораҡтар етештереү әүәлгесә юғары кимәлдә ҡала. “Рәсәй аяҡ кейеме” компанияһы директоры урынба­ҫары Константин Бобров, беҙҙең ил әле технологик үҫеш тупһаһында, тигән фекерҙә. “Элеккесә эшләргә ярамай, ә яңы технологиялар саҡ уйлап сығарыла. Тулыһынса импорт аяҡ кейеменән баш тартырға иртәрәк булһа ла, киләсәгебеҙ өмөтһөҙ түгел”. Бөгөн Рәсәйҙең дүрт төбәгендә комплекслы берләшмәләр төҙөү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Улар үҙ эсенә тегеү, бесеү, шулай уҡ фурнитура етештереүҙе ала.
Рәсәй етештереүселәренең аяҡ кейеме менән һатып алыусылар ҡыҙыҡһына, һорай, сөнки теге йәки был фабрика тауарының ныҡлығына инанған кеше икенсе юлы уларҙың тауарын һайлай. Халыҡ хәҙер бер миҙгел генә кейә торған арзан әйбергә алданырға теләмәй.
Йәнә һуңғы йылдарҙа донъяла ҡыйбатлы күндән түгел, ә синтетик материалдарҙан тегелгән аяҡ кейемдәренә ихтыяж арта. Улар арзан ғына түгел, ә уңайлы булыуы менән дә отошло. Шуныһы ҡыуаныслы: аяҡ кейеме етештереү буйынса төп кәмселектәрҙе, уның эске баҙарҙағы әһәмиәтен аңлап, тармаҡты үҫтереүгә етди ҡарай етәкселәр.
Тәүге һөҙөмтәләр күренеүгә ҡарамаҫ­тан, баҙарҙа сит ил аяҡ кейеме шаҡтай урын биләй. Үҙебеҙҙә тегелгәнен табыуы еңел түгел. Бигерәк тә модалы ҡатын-ҡыҙҙар кейеме, кроссовкалар етешмәй. Әммә халыҡтың үҙебеҙҙең тауарҙы һайлауы өмөт-ышаныс уята. Рәсәй компаниялары айырыуса балалар һәм ҡышҡы аяҡ кейемдәре тегеүҙә билдәле уңышҡа өлгәште. Ҡулланылған материалдарҙы һәм фурнитураны ышаныслы итеүгә ҙур иғтибар бирелә.
Әлбиттә, аяҡ кейеме хаҡында һүҙ алып барғанда, тире эшкәртеү, күн етештереү тармағын да күҙ уңынан ысҡындырмау мөһим. Был юҫыҡта белгестәр билдә­ләүенсә, предприятиеларға дәүләт ярҙамы – төп сара. Әлегәсә Рәсәй күн әйбер­ҙәренең шаҡтай өлөшө сит илгә оҙаты­лыуы сер түгел. 2015 йылдан ил хөкүмәте быға сикләү индерҙе. Был, әлбиттә, дөрөҫ ҡарар булды, сөнки донъяның ҡайһы бер илдәрендә ошондай тыйыу күптән индерелгән. Беҙҙә тире эшкәртеү һәм күн етештереү йәһәтенән заманса предприятиелар етерлек. Сифатлы сеймалды сит илдәр ҙә ҙур теләк менән ала ине. Күн йыһаз, автомобиль салондары өсөн әйберҙәр тегеүгә лә китә. Йәнә авиация, тимер юл, диңгеҙ һәм океан транспортында ла киң ҡулланыла. Шуға ла тире эшкәртеү йәһәтенән яңы предприятиелар асыу күҙаллана. Мәҫәлән, “Русская кожа” компанияһы бөгөн Алтай крайында ошо шөғөлгә йүнәлтелгән завод төҙөүҙе планлаштыра.
Ошо компанияға ҡараған Рязань тире заводына илдә етештерелгән күндең 35 проценты тура килә. Яҡут “Сахабулат” предприятиеһы теккән аяҡ кейемдәре төрлө халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә призлы урындарҙы яулай, сит илдәргә оҙатыла.
Был юҫыҡта республикабыҙҙа хәлдәр нисек һуң? Уҙған быуаттың 40-сы йылдарында асылған Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһында ул мәлдә башлыса ботинкаларға өҫтөнлөк бирелһә, бөгөн балалар һәм үҫмерҙәр өсөн меңгә яҡын төр аяҡ кейеме етештерелә. Һәр модель үҙенсәлекле, бер-береһен ҡабатламай. Эшсе ҡулдар ғына булһын, тиҙәр бында, сөнки хеҙмәткәрҙәр республикала махсус һөнәри уҡыу йорттарында аяҡ кейеме фабрикалары өсөн кадрҙар әҙерләнмәүгә борсолоу белдерә. Предприятие йәш технологтар, дизайнер-модельерҙарға ҡытлыҡ кисерә.
Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының 2-се Этҡол ауылында Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһының ярҙамсы бүлексәһе асылды. Фирмаға ауылда буш торған мәктәп бинаһы бирелгән. Әлбиттә, уны ҡулай­лаштырыу, тегеү ҡорамалдары ҡуйыу өсөн ике миллион һум күләмендә инвестиция бүленгән. Йәнә алтмыш кешегә эш урыны булдырылды. Предприятие фабрикаға өҫтәмә әйберҙәр әҙерләй. Күптән түгел ойошмала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та булып, уның эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.
– Беҙгә әлегә һеҙҙең һалым кәрәк түгел. Иң мөһиме – халыҡҡа эш урыны булһын, – тине ул.




Вернуться назад