Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Транспорт форумына ярашлы “ВДНХ-Экспо” күргәҙмәләр комплексында ойошторолған I “Транспорт системалары. Махсус техника һәм ҡорамал” күргәҙмәһендә булды.Республикала ошондай тематикалағы берҙән-бер күргәҙмәлә коммерция транспорты һәм юл-төҙөлөш техникаһы яңылыҡтары, материалдар һәм ҡорамалдар, запас частар, майлау материалдары, экспедиция хеҙмәттәре, автотранспортты мониторинглау системаһы тәҡдим ителә. Унда Рәсәйҙең ун төбәгенән, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт- Петербург ҡалаларынан, Татарстандан, Силәбе, Кемерово, Свердловск, Брянск, Түбәнге Новгород өлкәләренән 70-кә яҡын компания ҡатнаша.
Башҡортостан буйынса ГЛОНАСС төбәк операторы күргәҙмәлә пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы, юл хәрәкәтен мониторинглауҙың өр-яңы системаларын күрһәтте. Брянск, Мәскәү компаниялары юл-төҙөлөш һәм коммуналь техниканың заманса өлгөләрен, “Башбетон”, “Россильбер”, шулай уҡ Башҡортостандың Нефтте химик эшкәртеү институты юл һалыу өлкәһендәге ҡаҙаныштарын тәҡдим итте. Төбәк етәксеһе республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына перспективалы материалдар етештереүселәр менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә ҡушты.
— Ошо өлкәлә импортты алмаштырыу йәһәтенән эш уңышлы бара икән, булышлыҡ итергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Һеҙҙән эш сифаты ғына талап ителә.
Күргәҙмәне ҡарау барышында төбәк етәксеһе Һамар — Өфө — Силәбе автомобиль магистрале идаралығының стенды менән танышты, ошо трассаны нормативҡа ярашлы хәлдә тотоу зарурлығын айырып билдәләне.
А. ХӘСӘНОВА.