Ипотека буйынса бурыс (йән башына, мең һумдарҙа)20.09.2016
Ипотека буйынса бурыс (йән башына, мең һумдарҙа) Ямал-Ненец округы 97,1
Ханты-Манси округы 89,6
Яҡут (Саха) 52,9
Мәскәү өлкәһе 44,2
Санкт-Петербург 41,5
Мәскәү ҡалаһы 37,3
Сведловск өлкәһе 31,9
Пермь крайы 30,4
Силәбе өлкәһе 27,2
Ырымбур өлкәһе 27,2
Татарстан 25,0
Башҡортостан 24,6
Дағстан 4,0
Ҡырым 0,3
Рәсәй буйынса 27,9


Таблицала Рәсәй халҡының ипотека буйынса кисектерелгән бурыс күләме күрһәтелгән. Күренеүенсә, эш хаҡы юғарыраҡ булған Көнбайыш Себер төбәктәрендә был ысулды йышыраҡ ҡулланалар һәм йән башына ҡарата үтес тә ҙурыраҡ. Йәшәү кимәле һәм рәсми хеҙмәт хаҡының (ә банк өсөн был күрһәткестең рәсми булыуы кәрәк) күләме буйынса әллә ни маҡтана алмаған Төньяҡ Кавказ төбәктәре халҡы, мәҫәлән, бурысҡа батырға ашыҡмай.
Кешенең кредитҡа алған иң ҡиммәтле әйбере – фатир, әлбиттә. Үҙенең торлаҡ шарттарын, дәүләткә бәлә һалмай ғына, үҙ иҫәбенә яҡшыртырға тырышҡандар хуплауға ғына лайыҡ та бит, ләкин иҡтисади көрсөк йыш ҡына бәкәлгә килтереп һуға: эш хаҡы ҡырҡа аҙая, аҙыҡ-түлек һәм башҡа көнкүреш тауарҙары ҡыйбатлана, хеҙмәт урынынан ҡолаҡ ҡағыуың йәки сирләп китеүең дә ихтимал... Ә был мәлгә ипотека алыусылар, ҡағиҙә булараҡ, яңы фатирына күсеп йәшәй башларға ла өлгөрә.
Түләргә хәлеңдән килмәй башлаһа, ни эшләргә? Был осраҡта иң ҙур хата – банктан ҡасып йөрөү. Киреһенсә, ойошмаға барып һөйләшергә, бурыс­тың структураһын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр бирергә кәрәк. Дебиторҙарының бөлөүе бер банк өсөн дә ҡулай түгел, шуға күрә ул мотлаҡ һеҙҙең проблема менән шөғөлләнә башлаясаҡ. Ғәҙәттә шундай алымдарҙы тәҡдим итәләр: бурысты ҡайтарыуҙы кисектереп тороу, бурыс өсөн процент (пени) алмау, түләү графигын оҙонайтыу (йәғни айлыҡ сумма кәмей) һ.б.



Вернуться назад