Шишмә шәкәре килә20.09.2016
Шишмә шәкәре килә Быйыл республикала шәкәр сөгөлдөрө былтырғыға ҡарағанда күберәк – 51,4 мең гектар майҙанды биләй. Ҡоролоҡ арҡаһында мул уңыш көтөлмәй, гектарынан уртаса 185 – 200 центнер тәшкил итә.

Республикала, дөйөм алғанда, сөгөлдөр уңышы 950 мең – 1,1 миллион тонна көтөлә. Ә дәүләт программаһы буйынса 1,35 миллион тонна йыйыу бурысы тора. Шуныһы һөйөнөслө: сөгөлдөрҙөң шәкәрлелеге быйыл күпкә юғары – 18,5 процент тәшкил итә (былтыр 14 процент булған). Быйыл да беренсе булып шишмәләр уңыш йыйыуға тотондо.
Шишмә районында “татлы тамыр” үҫтереүгә йыл да ҙур иғтибар бирелә. Йәмғеһе 5 820 гектар майҙанды биләй “татлы тамыр”. Әле 1 300 гектарҙа тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Шишмә шәкәр заводына 35 меңдән ашыу тонна сөгөлдөр оҙатылған. “Башагроинвест” компанияһы, “Агрогалс” йәмғиәте баҫыуҙарында эш ҡыҙа.
“Агроальянс” йәмғиәте 900 гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө сәскәйне. Әле ике “Холмер” комбайны, тейәгес тәүлек әйләнәһенә эшләй.
– Беҙҙең төбәк өсөн уңыш ярайһы уҡ шәп. Быйыл шәкәр сөгөлдөрө баҫыуын ике тапҡырға арттырҙыҡ. Бөтәһе 900 гектарҙа уңыш йыябыҙ. Әлегә гектар ҡеүәте – 300 центнер! Шәкәрлелеге лә юғары, 18,5 процент, – ти хужалыҡ етәксеһе урынбаҫары Артур Хәлитов.
Бигерәк тә тракторсылар Айнур Муллағәлиев, Венер Көмөшбаев һәм башҡа егеттәр тырышып эшләй, тип уның һүҙен ҡеүәтләне баш агроном, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы эшмәкәре Рәмил Ибраһимов.




Вернуться назад