Баҡсасы илгә терәк була аламы?20.09.2016
Башҡортостан баҡсасыларының быйыл йәй уҙғарылған I съезында республикабыҙҙың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев былай тигәйне: “Ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа импортты үҙ тауарҙарыбыҙ менән алмаштырыу күп осраҡта үҫтерелгән уңышты һатыу мөмкинлегенә лә бәйле. Кешеләр баҡса ерен шәхси маҡсатта ғына түгел, ә ил мәнфәғәте өсөн дә файҙалана алһын өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырырға кәрәк”. Ниндәй шарттар тураһында һүҙ бара?
Бер ай самаһы элек Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына баҡсасылыҡ тураһындағы федераль закондың яңы проекты ҡарауға индерелде. Ошо өлкәгә ҡараған һәм әле эшләп килгән ҡануниәт бынан 20 йыл элек ҡабул ителгәйне. Үҙ бурысын – ер хужаларын берләштергән коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың тормошон көйләүҙе – ул тейешенсә үтәмәй. Ни өсөн? Закон проектын әҙерләгәндә һәм ҡабул иткәндә, баҡсасылар барыһы ла иғәнәне ваҡытында түләр, санитар талаптарҙы үтәр, кооперативтың тормошонда әүҙем ҡатнашыр, тип уйлағайнылар. Икенсе төрлө әйткәндә, бөтәһе лә “сәйәси” аңлылыҡ нигеҙенә ҡоролған булып сыҡты.
Һөҙөмтәлә һәр баҡса ширҡәте үҙенсә йәшәй һәм башлыса рәйестең егәрле булыу-булмауына бәйле. Бик күп баҡса йәмғиәттәренең төрлө ойошмаларға хеҙмәттәре өсөн бурысы йыйылған, ә йәшелсә-емеш үҫтереүселәр уны түләргә ашыҡмай ҙа, бының өсөн уларҙы яуапҡа тарттырыу ҙа ҡаралмаған. Ләкин яңы закон проекты (белгестәр уға “баҡсасыларҙы бөлдөрөүсе ҡанун” исеме таҡты ла инде) һәр хеҙмәтләндереү өсөн түләтергә мәжбүр итеүҙе күҙ уңында тота. Әйтәйек, күпселек баҡсаларҙа юлдар насар. Баҡсасыларҙың зарын иҫәпкә алып, муниципаль кимәлдә юл һалырға ҡарар иттеләр икән, ти. Был эш хәҙерге заманда ҡиммәт кенә тора. Пенсионер баҡсасының түләргә хәленән килмәүе лә бик ихтимал, был осраҡта суд приставтары уның мөлкәтен тартып аласаҡ...
Рәсәйҙә — 60 миллионға яҡын, ә Башҡортостанда бер миллиондан ашыуыраҡ баҡсасы бар, тимәк, ошондай ҙур көстөң хеҙмәте баһалау ҙа, яҡлау ҙа, дәүләт һәм урындағы власть кимәлендә ярҙам да талап итә.