Эш хаҡы үҫкән дә үҫкән...20.09.2016
Киләһе йылда бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын мотлаҡ күтәрәсәктәр. Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин белдереүенсә, әле Хөкүмәттә был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан күпме аҡса бүлергә икәнлеген иҫәпләү менән мәшғүлдәр.


Башҡарма власть органдарына мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау кеүек тармаҡтарҙа мәшғүл булғандарға түләүҙе яйлап арттыра барыу бурысы Владимир Путин тарафынан 2012 йылдың майындағы Президент указдарына ярашлы йөкмәтелгән ине. 2018 йылда уҡытыусылар үҙҙәре йәшәгән төбәктәге хеҙмәт хаҡының уртаса күләменән ике тапҡырға күберәк аҡса алырға тейеш. Әле сираттағы арттырыуҙың нисә процент тәшкил итәсәге билдәһеҙ.
Үҙәк гәзиттәр биргән мәғлүмәткә ҡарағанда, илебеҙҙә эш хаҡтары һуңғы 18 йылда үҫә лә үҫә. Мәҫәлән, былтыр хеҙмәткәрҙәрҙең барлыҡ категориялары буйынса айлыҡ уртаса түләү 2000 йылдағы 2223 һумдан 34030 һумғаса еткән. Уныһын-быныһын иҫәпкә алып тормағанда, 15 тапҡырға күберәк аҡса алабыҙ, тип әйтергә мөмкин. Бәлки, тағы ла артҡан булыр ине, тик 2014 йылда донъя баҙарында илебеҙ ҡаҙнаһын һуғарып торған “ҡара алтын”дың арзанайыуы арҡаһында эш хаҡтарын көйләү мөмкинлеге ныҡ кәмене.
Шулай ҙа, быйылғы тәүге алты ай йомғаҡтарына ҡарап һанаһаҡ, Рәсәйҙә хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса айлыҡ килеме былтырғы ошо уҡ осорҙағынан 7,8 процентҡа юғарыраҡ килеп сыға. Ысынбарлыҡта иһә, инфляцияны иҫәпкә алғанда, үҫеш тураһында һөйләүе бик уңайһыҙ.
Эксперттар баһалауынса, әле матди йәһәттән айырыуса уҡытыусы һәм табип һымаҡ социаль өлкә белгестәре ҡыйынлыҡ кисерә, сөнки уларҙың килеме сығымдарына ҡарағанда яйыраҡ арта. “Росстат” мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йылдың тәүге яртыһында юғары белемле медицина хеҙмәткәрҙәре айына уртаса 48946 һум алған, ә мәктәп педагогтарының уртаса эш хаҡы 36828 һум тәшкил иткән. Рәсәй Халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социаль анализ һәм күҙаллауҙар институты белгестәре тарафынан быйыл яҙ үткәрелгән тикшеренеү асыҡлауынса, ғаиләләр үҙ ҡаҙнаһының яртыһынан күберәк өлөшөн аҙыҡ-түлеккә тотона...
Әлбиттә, бюджет хеҙмәткәрҙәренең хәле мөшкөл икәнлеген инҡар итергә тырышыусылар табылып тора. Илдең Иҫәп палатаһы, мәҫәлән, ҡайһы бер ғалимдарҙың фекеренә таянып, Октябрь инҡилабына тиклем Рәсәйҙә тормош күпкә насарыраҡ булған, тип тыныслан­дырмаҡсы. Ул заманда байтаҡ ҡына тармаҡ­тарҙа хеҙмәт хаҡы бөгөнгөнән яҡшыраҡ түләнгән, әммә түбән һәм урта кимәл вәкилдәренең бөтөн тапҡан-таянғаны тиерлек туҡланыуға сарыф ителгән, ти. Атап әйткәндә, урта хәлле ғаиләләр аҙыҡ-түлеккә айына кәмендә 25 һум тотонған, был хәҙерге аҡсаға әйләндергәндә 30 – 38 мең һум тирәһе килеп сыға.
“Батша Рәсәйендә халыҡ шулай күп ашағанмы?” – тигән һорау тыуа ирекһеҙҙән. Юҡ, әлбиттә. Барыһы ла хаҡтарҙың юғарылығына бәйле: ул саҡта, әлеге аҡса менән һанағанда, бер дана йомортҡа – 45, икмәк – 60, тауыҡ түшкәһе – 1060, 400 грамм ҡаймаҡ 423 һумға һатылған, шәкәрҙең 400 грамы иһә 181 һум торған. Һалҡын миҙгелдә ҡалалағылар фатирын йылытһындар өсөн эш хаҡы алған һайын 3 – 5 (хәҙергесә 4500 – 7500) һум түләгән, электр яҡтылығын файҙаланыу иһә айына 1 (әлеге иҫәп буйынса 1500) һумға төшкән.
Бына шулай, йәмәғәт. Хөкүмәткә бөгөн хеҙмәт хаҡын, социаль түләүҙәрҙе арттырмайса сара юҡ, сөнки баҙар хаҡтарының йылдам үҫеүе бюджетҡа күҙ төбәп торғандарҙы иғтибарҙан өҙмәүҙе талап итә. Ярай әле уҙған быуат башындағы хәлгә етмәгәнбеҙ, нисек тә осто осҡа ялғарға мөмкин, тип шөкөр итергә генә кәрәктер.


Вернуться назад