Аҡсаһы түләнһә, көсө табылыр20.09.2016
Дәүләт статистикаһы мәғлүмәттәре ватандаштарыбыҙҙың тырышлығы арта башлауын күрһәтә. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, ағымдағы йылдың тәүге яртыһында илебеҙҙәге һәр хеҙмәткәр былтырғы ошо осорҙағынан яҡынса 10 сәғәткә күберәк эшләгән.


Рәсәй граждандарының ялланған урынындағы көндәлек мәшғүллеге, уртаса алғанда, 7 сәғәт 20 минут, ти “Росстат”. Шулай ҙа балыҡсылыҡ тармағында, агросәнәғәт комплексы хужалыҡтарында хеҙмәт итеүселәр, мәғдән сығарыусылар эшкә күберәк ваҡытын арнай икән. Белгестәр фекеренсә, һуңғы осорҙа халыҡтың әүҙемләшеүенә, фиҙакәрлек күрһәтеүенә дөйөм иҡтисади хәлдең мөшкөллөгө сәбәпсе. Күптәр үҙе теләгәндән түгел, ә башҡа әмәл ҡалмағандан тырышыбыраҡ эшләй шул...
– Финанс ауырлыҡтары ижтимағи аңды, ысынлап та, үҙгәртте. Кешеләр хәҙер эшләгән урынының ҡәҙерен белә, икенсе ойошмаға йәки тармаҡҡа күсеү тураһында тәҡдимдәргә бик һағайып ҡарайҙар, – ти “Работа.ру” порталының шеф-мөхәррире Анна Чуксеева. – Ҡыҫҡаһы, тотороҡлолоҡ төп ҡиммәткә әйләнде. Даими килем алған еренән ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн хеҙмәткәрҙәрҙең байтағы етәкселәренең норманан артыҡты талап итеүенә лә түҙә.
Аналитиктар раҫлауынса, әле эшләп йөрөүселәрҙең 14 проценты ғына өйөнә көн дә ваҡытында ҡайта, ә һәр дүртенсеһе гелән тотҡарлана. Йәмәғәт фекерен өйрәнеүселәр халыҡтың күпселеге тарафынан бындай хәлдең тыныс ҡабул ителеүен билдәләй. Мәҫәлән, юристарҙың 50 проценттан ашыуы: “Әгәр бик мөһим бурыс ҡуйылған булһа, уны үтәүгә ял сәғәттәрен дә ҡорбан итергә әҙермен. Өҫтәп түләмәһәләр ҙә”, – тигән. Иҡтисад белгестәренең дә яртыһы етәкселәренең ҡайһы саҡта бушлай эшләтеп алыуын ауырлыҡҡа һанамай икән. Күрәһең, бындай һөнәр эйәләренә эш урынына тоғролоҡ һаҡлауҙан башҡа сара юҡ, сөнки хеҙмәт баҙарында уларға ихтыяж һуңғы осорҙа ныҡ кәмене, ти эксперттар.
Топ-менеджерҙар, әлбиттә, сәғәткә ҡарап эшләмәй, сөнки уларҙың килеме үҙҙәре идара иткән компанияның уңыштарына туранан-тура бәйле. Премиялар, бонустар алыу ниәте менән янғанда “норманан артыҡ эшләү” тигәндән ҡурҡып тораһыңмы ни инде. Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк, тиҙәр бит.
Бәғзеләр эш урынында етәкселектең күҙенә салыныр, йәғни тырыш тип уйлаһындар өсөн генә тотҡарланалыр. Тик хәҙерге менеджменттан хәйләкәрерәк булырмын тимә. Идара системаһы заманса ойошторолған предприятиеларҙа аҡсаны эш урынында уҙғарған ваҡытҡа түгел, ә үтәлгән йөкләмәләр күләменә, өлгәшкән һөҙөмтәләргә ҡарап түләйҙәр.


Вернуться назад