Килемдәрҙең кәмеүе, хаҡтарҙың күтәрелеүе халыҡты ғаилә ҡаҙнаһына һаҡсылыраҡ ҡарарға мәжбүр итә. Һуңғы ун йыл эсендә шәхси финанстарға дөрөҫ идара итеү мәсьәләһе менән ҡыҙыҡһыныусылар араһында үҙенең барлыҡ тапҡан-таянғанын һәм сығымдарын ҡағыҙҙа теркәп барыусылар биш тапҡырға артҡан. Был ысул аҡсаны 30 процентҡа тиклем экономиялау мөмкинлеген бирә икән. Ысынлап та шулаймы? Әйҙәгеҙ, кәңәштәргә күҙ һалайыҡ.
1. Быға күнегеү һис тә ҡыйын түгел. Бөтәбеҙ ҙә ҡасандыр уҡырға, яҙырға, төрлө эш башҡарырға өйрәнгән бит. Тәүҙә ауырыраҡ була, аҙаҡ иҫәп-хисап көндәлек ғәмәлдәрҙең береһенә әүерелеп китә. Тотаһың да теркәй башлайһың килемдәрҙе, сығымдарҙы...
2. Иҫәп алып барыу өсөн блокнот, дәфтәр йөрөтөү мотлаҡ түгел. Ноутбук, хатта кеҫә телефоны ла ярҙамға килә ала. Һуңғыһы бигерәк тә уңайлы: яҙырға ла, ҡайһы бер тауарҙарҙың хаҡын фотоға төшөрөргә лә мөмкин.
3. Үҙенә күрә бер диета инде. Күпме аҡса эшләп табыуыңды һәм уның ни саҡлыһын нимәгә сарыф итеүеңде белеп торғас, кәрәген һәм артығын айырырға өйрәнәһең. Спортта ла шулайыраҡ бит: шәхси ҡаҙаныштарҙы көн дә теркәп барыу анализларға форсат тыуҙыра, дәртләндерә, сәмләндерә.
4. Ҡулға аҡса килеп эләгеү менән уның 10 процентын һаҡлауға һалып ҡуйырға күнегегеҙ. Күп түгел, тиерһегеҙ, әммә шулай тойола ғына. Ғөмүмән, беҙҙең күбебеҙ керем-сығымын һанамай, шунлыҡтан, Бөтә донъя банкының докладында әйтелгәнсә, “Рәсәй граждандарының кеҫәһендәге аҡсаның 30 проценты эҙһеҙ юғала”.
5. Күп тигәндә ике-өс айҙан үҙегеҙҙең ихтыяжығыҙ тураһында аныҡ ҡына мәғлүмәткә эйә булырһығыҙ. Белгестәр иҫәпләүенсә, күптәрҙең ғаилә бюджетының 20 проценты самаһы зыянлы аҙыҡ-түлеккә тотонола. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙ ҙа: “Һаулыҡ – ҙур байлыҡ”, – ти бит әле. Һандар шуны күрһәтә: уртаса хәлдәге ғаиләлә айлыҡ аҡсаның 5 проценты ғына һаулыҡты ҡайғыртыуға китә, ә алкоголле эсемлектәргә, ял итеүгә, күңел асыуға – 6-шар процент.
6. Һаҡланманы бер нисә маҡсатҡа тип бүлгеләргә мөмкин. Мәҫәлән, эшһеҙ ҡалған осраҡта осто осҡа ялғар өсөн, бизнес асыуға, йортто төҙөкләндереүгә, машина һатып алыуға, балаларҙы уҡытыуға...
7. Долларҙың, евроның ҡиммәтләнеүе һымаҡ донъя кимәлендәге яңылыҡтарға әллә ни иғтибар итергә ярамай. Һеҙҙең өсөн иң мөһиме – ғаилә иҡтисады. Хаҡтары артҡан, көрсөк халыҡты алҡымынан алған осраҡта ни эшләргә, ауырлыҡтарҙы нисек итеп еңелерәк йырып сығырға – бына шул һорауға дөрөҫ яуап табырға тырышығыҙ.