Рәсәйҙең Финанс министрлығы төбәктәргә үҙ ҡаҙналарының хәлен яҡшыртһындар өсөн план тәҡдим иткән. Был документ менән ведомствоның сайтында танышырға мөмкин.
Ҡаҙнаға керемдәрҙе арттырыу маҡсатында транспорттың барлыҡ төрҙәре – еңел һәм йөк машиналары ғына түгел, яхталар һәм гидроциклдар – буйынса ла һалым күләмен яңынан билдәләргә рөхсәт иткәндәр. Төбәктәр шулай уҡ ябайлаштырылған һалым системаһын ҡулланған ойошмаларға һәм эшҡыуарҙарға ставканы мөмкин булғанса күтәрә ала, тиелгән. Был офис һәм сауҙа үҙәктәренең биналарын ҡуртымға биреүгә лә ҡағыла.
Сығымдарҙы кәметеүгә власть органдарындағы хеҙмәткәрҙәр штатын ҡыҫҡартыу юлы менән өлгәшергә тәҡдим ителгән. Бынан тыш, экономия ниәтендә бюджет ойошмаларын бер ҡыйыҡ аҫтына туплай алалар. Мәҫәлән, мәктәпте, балалар баҡсаһын, китапхананы, тренажер залын дөйөм комплексҡа әйләндереп. Ундай урындар коммуналь түләүҙәрҙе кәметеү, ҡарауылсы, ашнаҡсы, йыйыштырыусы, хужалыҡты алып барыусы һымаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе берләштереү мөмкинлеген бирә.
Планда дәүләт ярҙамы сараларын ҡулайлаштырыу тураһында ла әйтелгән. Төбәк ҡануниәте нигеҙендә граждандарҙың ҡайһы бер категорияларына социаль түләүҙәрҙе индексациялауҙан баш тартыуҙары бар. Әлбиттә, был аҙымға күптәр бармаҫ, моғайын, сөнки эҙемтәләре бик үкенесле булыуы ихтимал.
Шулай ҙа, аналитиктар фекеренсә, “күләгәләге” иҡтисадҡа ҡаршы көрәшеү иң дөрөҫ һәм һөҙөмтәле сара булмаҡсы. Статистика күрһәтеүенсә, Рәсәйҙә эшләп йөрөүсе халыҡтың һәр бишенсеһенә хеҙмәт хаҡын рәсмиләштермәй түләйҙәр. Ошо даирәлә тәртип урынлаштырыу бюджетҡа физик шәхестәрҙең килеменә һалым рәүешендәге керемде 20 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирер ине.