Һалымдар буйынса бурысың юҡмы?13.09.2016
Хәҙер күптәр сит илдә ял итә. Әгәр ҙә милек һалымы түләнмәгән булһа йәки башҡа бурысығыҙ бар икән, аэропортта йә вокзалда уҡ күңелһеҙ хәлгә тарыуығыҙ ихтимал. Йыш ҡына ялға йыйынғандар үҙҙәренең бурыстары барлығын белмәй.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йыл өсөн мөлкәт һалымы түләү ваҡыты 2015 йылдың 1 октябренә тиклем ине. Үҙ ваҡытында, һалым органдарынан бурыс тураһында талап алғандан һуң да түләмәгәндәргә ҡарата судҡа ғариза ебәрелә.
Судтан акт алғандан һуң бурыс граждандың банктағы иҫәбенән йә эш хаҡынан, стипендияһынан, пенсияһынан тотоп ҡалына. Был осраҡта дәүләт пошлинаһы ла өҫтәлә.
Бынан һуң да бурыс ҡайтарылмай икән, һалым органдары ғәйепле кеше­нең документтарын суд приставтарына тапшыра. Түләмәгән осраҡта һалым бурысына пеня ла өҫтәлә бара.
Һалым инспекцияларының түләргә мәжбүр итеү саралары күп, улар бик йыш ҡына ғәмәлгә ашырыла. Мәҫәлән, мөлкәтен теркәү буйынса сикләү ҡуйы-ла, Рәсәйҙән ситкә сығыу тыйыла.
Тағы шуны иҫтә тоторға кәрәк: һалым, йыйым йәки пеня түләгәндән һуң билдәле ваҡыттан ғына сикләүҙәр алына. Һуңынан граждандар түләү ҡағыҙын суд приставтарына тапшырырға тейеш.
Бөтә был мәжбүри сараларҙан үҙегеҙҙе ҡотҡара алаһығыҙ. Бының өсөн һалымдарҙы ваҡытында түләргә генә кәрәк.
Бурысты тикшереү һәм һалымдарҙы түләү өсөн “Физик шәхестең шәхси кабинеты” онлайн-сервисында теркәле­геҙ. Шулай уҡ суд приставтары сайтынан үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәт алырға була.


Яза барлығын онотма

Йорттарын ҡуртымға биргән кешеләр араһында күбеһе эшҡыуар түгел һәм аҡсаны өҫтәмә килем тип кенә ҡарай. Шуға күрә улар үҙҙәренә мәшәҡәт өҫтәмәйем тип, һалым декларацияһын тултырмай һәм ҡаҙнаға тейешле хаҡты түләмәй.

Торлаҡ йортто йә бинаны ҡуртымға биргән кешеләр килем алғандың икенсе йылының 30 апреленән дә ҡалмайынса йәшәгән урынындағы һалым инспек­цияһына 3-НДФЛ фор­маһы буйынса декларация тултырып тапшырырға тейеш. Декларацияла иҫәпләнгән бурысты 15 июлдән ҡалма­йынса түләргә кәрәк. Рәсәй Федера­цияһы ҡануниәте буйынса һалымдан ҡасыу ҡанунды боҙоу тип һанала, һәм ғәйеплегә тейешле сара күрелә. Бер нисә йыл элек был алым бик һирәк ҡулланыла торғайны. Бөгөн торлаҡ йорттарын, биналарҙы ҡуртымға биргән шәхестәр һалым инспек­цияларының ныҡлы күҙәтеүендә. Был юҫыҡта бурысын түләмәгән кешеләрҙе асыҡларға ведомство-ара мәғлүмәт алмашыу, урын­дағы үҙидара, торлаҡ-коммуналь хужа­лыҡтары, полиция һәм миграция хеҙ­мәте органдары ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ республика граждандары ла үҙҙәре күреп-белгән мәғлүмәтте хәбәр итә ала. Һәр осраҡ ентекле ҡарала һәм тикшереү өсөн полиция органдарына йүнәлтелә.
20 апрелдән 10 майға тиклемге осорҙа ғына шундай 75 мәғлүмәт тикшерелеп, 57 һалым түләмәү осрағы асыҡланды. Шуларҙан хәҙерге ваҡытта 31 кеше 2015 йыл өсөн 244,3 мең һум күләмендә бюджетҡа һалым түләүгә декларация тапшырған.
Дөйөм алғанда, 2015 йылда һәм 2016 йылдың дүрт айында Өфө ҡалаһында торлаҡты законһыҙ ҡуртымға биреү тураһында килгән 5682 фактты тикшереп, полиция органдары 552 осраҡты дөрөҫ тип иҫбатланы. Тикшереү һөҙөм­тәһендә 466 кеше алған килеме тура­һында декларация тултырып тапшырҙы һәм 5153,8 мең һум күләмендә һалым түләне.
Һалым органдары билдәләүенсә, бындай осраҡтар торлаҡтарын ҡуртымға биргәндән алынған килемдәрҙең дөйөм суммаһының 20 процентын тәшкил итә. Үкенескә ҡаршы, бәғзе берәүҙәр үҙҙә­ренең бошмаҫлығы арҡаһында ауыр хәлгә тарыу ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәй. Һалым түләмәгән өсөн һалым һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡарал­ғанын онотмаһаҡ ине. Ҡырын эш фашлана ҡалһа, бурыстар һәм пеня менән бергә ярайһы күләмдә штраф түләргә тура киләсәк. Атап әйткәндә, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы рәүештә, һалым бурысының 40 процентына тиклем штраф ҡаралған. Ә декларация тапшырмағанда, бурыс суммаһының 30 процентына тиклем һәм 1000 һумдан да кәм булмаған штраф түләтеләсәк.
Шулай итеп, торлаҡты ҡуртымға биреүсе барыбер хоҡуҡ һаҡлау орган­дарының иғтибар үҙәгенә эләгәсәк һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Кешенең ҙур күләмдә (өс йыл буйы 600 мең һумдан ашыу) йә айырыуса ҙур күләмдә (өс йыл рәттән өс миллион һумдан ашыу) һалым түләмәүе асыҡ­ланһа, 500 меңгә тиклем штраф һалыу­ҙары, өс йылға ҡәҙәр мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре, алты айға тиклем ҡулға алыуҙары, өс йылға ҡәҙәр төрмәгә ябып ҡуйыуҙары ихтимал.

Вадим БУЛАТАСОВ әҙерләне.




Вернуться назад