Һыланы ҡотҡарып булырмы?13.09.2016
Һунарсылыҡты һәм балыҡтар донъяһын өйрәнеүсе Л. Сабанаев билдәләүенсә, беҙҙең илдә сәнскеле балыҡтар араһында һыла (судак) айырылып тора. Әммә һуңғы осорҙа уның запасы ныҡ кәмегән, шуға ла ғалимдар Азов һылаһын тотоуҙы биш йылға сикләргә тәҡдим итә.

Белгестәр раҫлауынса, күптән түгел генә Азов бассейнында башлыса һыла менән тарань төп сәнәғәт балығы булған. Әммә һуңғы йылдарҙа тәүгеһенең күлә­ме 86 проценттан 24-кә ҡәҙәр кәмегән. Быуат башынан бирле һыла 50 тап­ҡырға – 18 мең тоннанан ни бары 350-гә ҡалған. Шул уҡ ваҡытта был төр тәңкәле­ләрҙең кесерәйә һәм йәшәү осоро ҡыҫҡара барыуы ла хәүеф тыуҙыра.
Әлбиттә, элек һыланы ҡотҡарыу йәһәтенән бер нимә лә эшләнмәне тип әйтеп булмай. Һуңғы биш йылда ғалимдар, балыҡ запасының ни бары 10 процентын ғына тоторға кәрәк, тип ныҡышһа ла, был иғти­барға алынманы. Кире­һенсә, күп сәбәптәр буйынса алты тапҡырға күберәк һөҙөлдө. Шуға ла хәҙер улар диңгеҙҙә балыҡ тотоуҙы бөтөнләй тыйырға кәрәк тигән тәҡдим индерә.
Тарань балығының да киләсәге тотороҡло түгел. Шулай ҙа уның әлеге иҫәбе ҡабаттан үрсеп китергә ышаныс бирә.




Вернуться назад